Электрон белем биреү системаһы гранттар ярҙамында үҫтереләсәк

Электрон белем биреү системаһы гранттар ярҙамында үҫтереләсәк 15.10.2015

Рөстәм Хәмитов заманса технологиялар ҡулланып уҡытыусы мәғариф учреждениеларына грант булдырҙы. Уның күләме йылына утыҙ миллион һум буласаҡ. Был иһә республикала электрон белем биреүҙе үҫтереүгә ҙур аҙым. Әле был уҡытыу алымын индереү  саҡ башланып тора. Системаны тағы ла киңерәк йәйелдереү мәсьәләһе Электрон белем биреүҙе үҫтереү буйынса Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы совет ултырышында өйрәнелде.

Баш ҡаланың 159-сы мәктәбе электрон белем биреү системаһын республикала тәүгеләрҙән индерә башлаған мәғариф учреждениеһы. Балалар бында бер нисә йыл рәттән заманса технологиялар ярҙамында уҡый. Был алым менән әүҙем файҙаланғандар мәктәпкә ноутбук йә иһә планшет ҡына йөрөтә. Интернет киңлектәрендә тәрбиәләнгән замана балалары белем биреүҙең был ысулын тик ыңғай яҡтан ғына баһалай.
Валерия Хәмитова: «Китаптарҙы бик аҙ йөрөтәбеҙ. Бар мәғлүмәтте кәрәкле сайттарҙан алабыҙ. Өйгә эш, билдәләр ҙә шунда уҡ яҙыла. Мәктәпкә килмәйенсә ситтән тороп уҡыу мөмкинлеге лә бар. Беҙҙең быуын өсөн бик уңайлы программа , тип һанайым».
Башҡортостанда электрон белем биреү системаһы өс йыл элек Рөстәм Хәмитов башланғысы менән индерелә башланы. Төбәк етәксеһе фекеренсә, бер-береһенә йыраҡ урынлашҡан ауыл  мәктәптәрендә  балалар һаны әҙ. Бер уҡытыусыға  бармаҡ менән генә һынарлыҡ уҡыусылар тура килгән белем усаҡтары ла юҡ түгел. Бындай шарттарҙа сығымдарҙы һөҙөмтәләштереү өсөн  электрон белем биреүҙе киңәйтеү мөһим, тине Рөстәм Хәмитов. Икенсенән заман технологияларын  ҡулланыу, асыҡ белем биреү даирәһен булдырыу  көн талабы.
Шулай ҙа электрон белем биреүҙе индереү тиҙлеге менән ҡәнәғәтләнерлек түгел. Республика мәктәптәренең ни бары ун проценты ғына 21-се быуат талаптары яуап бирерлек. Заман технологиялары әүҙем индерелһә лә уның менән киң ҡулланған уҡытыусылар һирәк.
Совет ултырышында электрон белем биреүҙе киңерәк йәйелдереү буйынса төрлө фекерҙәр ҡаралды, Мәскәү эксперттары менән тура бәйләнеш ойошторолдо. Мәғариф  белгестәре дистанциялы уҡытыуҙы көн талабы булыуын һәм тәү сиратта педагогтарҙың үҙҙәрен белем камиллаштырыуға саҡыра. Рөстәм Хәмитов иһә алдынғы ҡарашлы мөғәллимдәрҙе, мәктәптәрҙе аҡсалата дәртәлндереү яҡлы. Төбәк башлығы киләһе йылдан электрон белем биреүҙе индергән мәғариф учреждениеларына утыҙ миллион һумлыҡ грант бүләсәген белдерҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика