Диод килә

Диод килә 17.01.2015

Замана яҡтыртыу ҡоролмаларында хәҙер инде элекке Ильич лампочкаларын күрермен тимә. Яңы технологиялар, материалдар килеп сығыу һөҙөмтәһендә яҡтылыҡ сығанаҡтары ла үҙгәреп тора. Һуңғыларына, моғайын, диодтарҙы  индерергә мөмкин. Был лампалар электрҙы әҙ ҡуллана, шул уҡ ваҡытта улар яҡтыраҡ яна. Был өҫтөнлөктәрҙе ҡайһы берәүҙәр көтөлмәгән урындарҙа ҡулланырға өйрәнгән.

Башҡорт дәүләт аграр университетының энергетика факультеты студенттары һәм уҡытыусылары яҡтыртыу сығанаҡтары менән тығыҙ эш итә. Шуға ла проекттарында уларҙың иң яҡшыларын ҡуллана. Күптән түгел ауыл хужалығында электр энергияһын ҡулланыу кафедраһы аспиранты Илшат Кәримов уникаль ҡоролма йыйған. Бында диодтар теплицала үҫеүсе йәшелсәләрҙе яҡтылыҡ менән тәьмин итеү өсөн ҡулланыла. Электр энергияһын һаҡсыл ҡулланыу менән бер рәттән ҡоролма мул уңыш алыуға һәм емештәрҙең тиҙерәк өлгөрөүенә булышлыҡ итә. Уның үҙенсәлеге-төрлө төҫтәге яҡтылыҡ тулҡындары биреүҙә. Сергей Яковлев, техник фәндәр кандидаты, доцент: «Үҫентеләрҙе өйрәнеүсе ғалимдар уларҙың ҡыҙыҡлы үҙенсәлеген асыҡлаған. Улар ғәҙәттә, яҡтылыҡтың зәңгәр һәм ҡыҙыл спектрҙарына мохтаж. Беҙҙең диодтарҙан тороусы ҡоролма үҫемлектәргә ошо яҡтылыҡ тулҡындарын бирә ала. Шулай уҡ яҡтылыҡтың ҡеүәтен дә көйләй алабыҙ». Кафедрала яҡтыртыу сығанаҡтарын башҡа йүнәлештәрҙә ҡулланыу өҫтөндә лә эш алып барыла. Шулай уҡ диод лампаларынан йыйылған ҡоролмалар еңеллеге, ныҡлығы менән айырыла, ти белгестәр. Ә инде үҫентеләр яҡтыртҡысына килгәндә, идея авторҙары уны күләмле етештереүгә сығарырға иҫәп тота. Дүрт лампанан торған ҡоролманың хаҡы яҡынса 12 мең һум буласаҡ. Ул 8 квадрат метр майҙанды яҡтырта ала. Диод лампаларынан йыйылған яҡтыртыу ҡоролмалары әлегә тик эксперимент ҡына. Шуға ҡарамаҫтан, проект авторҙары уны киң ҡулланыуға сығарырға иҫәп тота. Ҡоролма ҡеүәтле һәм шулай уҡ ҙур булмаған хужалыҡтарҙа ла ҡулланыла ала, ти улар. Уны һатып алыусы фермер йә предприятие сығымдарын өс йылда ҡаплаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика