Быйыл республика уҡыу йорттары 20 меңдән ашыу студент ҡабул итәсәк 18.06.2015

Әле белем биреү учреждениелары абитуриенттар менән эшләй. Ҡайһы бер ВУЗдар документтар ҡабул итә башлаһа, икенселәре  кампанияны иртәгә  аса. Бөгөнгө йәштәр кем булырға теләй, ниндәй профессия һайлай?

Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ҡабул итеү комиссияһы абитурҙарға 10-сы июндән асыҡ. Әле уҡыу йортона инеү теләген башлыса колледж йә училище тамамлаусылар белдерә, сөнки 11-се синыфтар Берҙәм дәүләт имтихандары тапшыра. Геройыбыҙ Алина ла  университеттың башҡорт филологияһы факультетын тамамлағас, педагог һөнәрен үҙләштерергә була.  
Университетта абитуриенттар өсөн бөтә шарттар бар. Мәҫәлән, фойела белешмә терминалы урынлаштырылған. Уның ярҙамында  ҡабул итеүгә ҡағылышлы мәғлүмәт алырға мөмкин. Әйткәндәй, үҙгәрештәр уҡырға инеү ҡағиҙәләрендә лә күҙәтелә.
Фиданис Тимерханов билдәләүенсә, әле абитуриенттар иң күбе педагогика йүнәлешен һайлай. Унан ҡала лингвистика, сит ил телдәре, психология килә. Ошо уҡ тенденция Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләрендә лә күренә. Башҡортостандың мәғариф министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, мотлаҡ предметтарҙан тыш 10 мең уҡыусы йәмғиәтте өйрәнеүҙе һайлаған. Уртаса балл 51,9.
Быйыл математика һәм инглиз теле буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы ике өлөшкә бүленде. Тәүгеһе база һәм профилле кимәлдә үтһә, икенсеһе яҙма һәм телдән. Инглиз телендә иң юғары 100 балдың 80-е яҙма, ике тиҫтәһе телмәр өлөшкә бирелә. Шулай уҡ уҡыусылар рус теленән инша яҙҙы. Әле имтихандарҙың һөҙөмтәһе билдәһеҙ, тимәк, абитуриенттар өсөн иң ҡыҙыу мәл әле алда.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика