Быйыл республика мәктәптәрен 20 меңдән ашыу ҡыҙ һәм егет тамамлай

Быйыл республика мәктәптәрен 20 меңдән ашыу ҡыҙ һәм егет тамамлай 23.05.2015

Бөгөн Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20- се ҡала башҡорт гимназияһында ла сығарылыш синыф уҡыусылары өсөн һуңғы ҡыңғырау  сыңланы.

Фатима  Мостафина исемендәге 20 -cе башҡорт гимназияһында бөгөн айырыуса йәнлелек. Сығарылыш синыф уҡыусылары яратҡан уҡытыусылары һәм мәктәбе менән хушлашыу тантанаһына йыйылған. Ҡыҙҙарҙың, егеттәрҙең  тулҡынланыуы аңлашыла. Тиҙҙән улар сығарылыш имтихандары тапшырып, үҙҙәре теләгән уҡыу йорттары алдында белем кимәлен күрһәтәсәк. Ата-әсәләр быйыл мәктәпте тамамлаусы балаларға тик изге теләктәр генә еткерә.
Луиза Сәмситова, профессор, филология  фәндәре докторы, Ф.Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының  ата-әсәләр комитеты  ағзаһы:  «Был мәктәптең уҡыусыһы булыу ҙур ғорурлыҡ... Алда уҡыусылар алдында яңы белем баҫҡысына күтәрелеү тора. Уларға уңыштар юлдаш булһын».
Ф.Мостафина исемендәге 20-cе башҡорт гимназияһы уҡыусыларының яҡшы даны Рәсәй һәм Республика кимәлендә билдәле. Гимназистар быйылғы «Шаяниум»да гран-при, «Урал батыр» конкурсында 2-се  һәс 3-сө урындар яулаған. Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашҡан кеүек,  социаль-гуманитар  һәм физика -химия  йүнәлештәрендә төплө белем алалар.
Менәүәрә Мәҡсүтова, Рәсәйҙең почетлы мәғариф хеҙмәткәре: «Талантлы, белемле уҡыусыларыбыҙҙы сығарабыҙ, алда уларҙы яуаплылыҡ көтә -сығарылыш имтихандары. уларҙы уңышлы тапшырып, үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына  инеп, көҙөн 1-cе сентябрьгә юғары уҡыу йортоноң ҡыңғырауҙарын ишетергә яҙһын».
Оло тормош юлына аяҡ баҫасаҡ йәштәрҙең йөҙҙәрендә бәхет балҡый. Улар мәктәптәре һәм синыфташтары менән хушлашыу минуттарын берсә  моңһоуланып, берсә тулҡынланып  үткәрә.
Башҡаланың Ф.Мостафина исемендәге 20-се  башҡорт гимназияһы  уҡыусылары оло тормош юлын үткәндә лә һынатмаҫ, тигән өмөттәбеҙ.
Гүзәл Борханова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика