Быйыл Берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләре былтырғыға ҡарағанда яҡшыраҡ 01.07.2016

Башҡортостандың Мәғариф министрлығында яҡынса һөҙөмтәләр барланды.

Комиссия вәкилдәре билдәләүенсә, быйыл профиль йүнәлештәге математиканы уҡыусылар былтырғы менән сағыштырғанда, күпкә уңышлыраҡ тапшырған. 435 кеше 80-дән ашыу балл йыйған, былтыр яҡшы күрһәткескә 294 бала ғына ирешкән булған. 10 кеше 100 балл туплаған. 2015 йылда бындай һөҙөмтәгә берәү ҙә ирешә алмаған. База кимәлендәге математикиға килгәндә лә, ыңғай тенденция күҙәтелә. Рус теленән иһә республикалағы уртаса балл - 66 тәшкил иткән. Был тәңгәлдә лә юғары балл йыйыусылар артҡан. 21 бала 100 балл алған. Тәбиғи фәндәр буйынса ла һөҙөмтәләр һәйбәт. Дөйөм алғанда, Берҙәм дәүләт имтихандары тапшырыуҙа өҙөклөктәр күҙәтелмәгән. Алты ҡағиҙә боҙоу осрағы теркәлгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика