Быйыл Башҡортостан буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 22 меңгә яҡын уҡыусы тапшырған

Быйыл Башҡортостан буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 22 меңгә яҡын уҡыусы тапшырған 30.06.2015

Уларҙың ун меңдән ашыуы йәмғиәтте өйрәнеү фәненән, тағы алты мең өс йөҙө физиканы һайлаған. Имтихандар өсөн бөтә предметтарҙан да тиерлек уртаса балл бер аҙ артты тип билдәләне бөгөн Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов. Сағыштырыу өсөн рус теленән ул 61 ҙән 66-ға еткән. Ә бына 100 баллды 60 ашыу кеше туплаған.

Айҙар Ильясов мәктәбенең ғорурлығы. Тырыш һәм үҙенә талапсан егет физика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын 100 баллға яҙған. Был бәлки осраҡлы хәл тип тә  уйларға  булыр ине, тик Айҙар  башҡа предметтарҙан да  һынатмаған. Математиканан 92, рус теленән 82 балл. Әле егет белем аласаҡ уҡыу йортон һайлай.
Айҙар Ильясов, абитуриент:  «Мин киләсәктә физиканы төплөрәк өйрәнергә теләйем. Әле өҙөп кенә әйтә алмайым, моғайын Мәскәүгә уҡырға барырмын. Уҡып сыҡҡас космос йә авиация тармағында эшләгем килә».
Егеттең илдең баш ҡалаһына ынтылыуы аңлашыла. Ҙур ҡалала юғарыраҡ үрҙәр яулап була. Ләкин республиканың мәғариф системаһы ла йәштәр алдында күп мөмкинлектәр аса. Был мәсьәлә етди өйрәнелә тип билдәләй мәғариф министры Әлфис Ғаязов. Бынан тыш, йылдан-йыл  Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороу камиллаша, етешһеҙлектәр кәмей. Быйыл кампанияға 1600 күҙәтеүсе йәлеп ителгән. Етди әҙерлек эше имтихандан ниндәйҙер сәбәп менән сығарылған уҡыусыларҙың һанын 8 кешегә тиклем кәметкән.  
Бөтә предметтар буйынса урта баллдың артыуы республика мәғариф тармағының эшенә яҡшы баһа булып тора. Ләкин имтихандарҙы тапшыра алмаусы уҡыусылар ҙа юҡ түгел. Мәҫәлән, мотлаҡ предметтарға ҡараған рус теленән 112 уҡыусы икеле алған. Улар өсөн билдәләрен төҙәтеү мөмкинлеге 1 сентябрҙан башлана.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика