Был аҙнала белем усаҡтарында «Һау бул, башланғыс мәктәп!» кеүек байрам тантаналары ла үтә

Был аҙнала белем усаҡтарында «Һау бул, башланғыс мәктәп!» кеүек байрам тантаналары ла үтә 23.05.2016

Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының 4 «Б» синыфы уҡыусылары ла бай йөкмәткеле концерт программаһын әҙерләй. Шулай ҙа малай-ҡыҙҙар тәүге уҡытыусыһы менән бер ҙә хушлашырға теләмәй.  

Математика дәресендә таҡтаға сығып ҡатмарлы  мәсьәләләрҙе эшләргә теләүселәр һәр ваҡыттағыса күп. Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһының 4-се «Б» синыфы уҡыусылары теүәл фәндәрҙе генә түгел, тел һәм әҙәбиәт дәрестәрен дә ярата. 26 уҡыусының унауһы тик «бишле» билдәләренә генә уҡый. Малай-ҡыҙҙар яңыраҡ Бөтә Рәсәй тикшереү  эштәрен дә уңышлы тапшырған. Икеләр бөтөнләй юҡ.
4-селәрҙең класс етәксеһе Зөһрә Ҡазыханова ла балаларҙың уңыштарына сикһеҙ шат. Уҡытыусы һөнәрен һайлауына ул бер ҡасан да үкенгәне булмаған. 1994 йылда  педагогия институтын тамамлап, белем усағына эшкә урынлаша. Егерме йыл эсендә йөҙҙән ашыу балаға башланғыс белем бирә, уларҙы тырыш һәм ныҡышмал булырға өйрәтә, һөҙөмтәлә уҡыусылары район-ҡала, республика конкурстарында ла алдынғылыҡты бирмәй. Әйткәндәй, талантлы педагог уҡытыуҙа яңы алымдар ҡулланыу яҡлы.
Зөһрә Ильяс ҡыҙы 2012 йылда «Йыл уҡытыусыһы» республика конкурсының район этабында ҡатнашып та, үҙен һынап ҡарай. Икенсе урын яулай. Уҡытыусы бөгөн дә тынғыһыҙ эшмәкәрлек алып бара, һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә. Уның авторҙашлығында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән төҙөлгән методик ҡулланмалар ҙа бар.
Дүртенселәр әле «Һау бул, башланғыс мәктәп!» байрам тантанаһына әҙерлек менән мәшғүл. Тәүге уҡытыусыһына, ата-әсәләренә рәхмәт һүҙҙәрен улар шиғыр-йырҙар, бейеүҙәр аша еткерәсәк. Иң мөһиме, малай-ҡыҙҙар киләсәктә лә тик яҡшы билдәләргә генә уҡып, белем тауына бергә дуҫ һәм татыу күтәрелергә вәғәҙәләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика