Буласаҡ Королевтар беҙҙең арала 11.04.2015

Өфөнөң 93-сө мәктәбенең 1-се синыф уҡыусыһы Роман Ниғмәтуллин «Р-7 Восток»  карабының макетын яһаған. «Биктырыш» үҙәгендә шөғөлләнеүсе малай үҙе уйлап тапҡан уйынсыҡты уҡыусылар һәм уҡытыусыларҙың  Туймазы ҡалаһында үткән халыҡ-ара ҡатнашлыҡтағы «Асыш алдында» Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү конференцияһында күрһәтте. Быйыл конференцияла Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән 380 уҡыусы ҡатнашты.

Роман Ниғмәтуллин эшләгән Йыһан карабы макеты ысынбарлыҡтағы ракетаға ике тамсы һыу кеүек оҡшаш. Төрлө уттар  балҡып торған уйынсыҡтың эсендә йыһангиры һәм хатта, парашюты ла бар. Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбе менән Өфө дәүләт авиация техник университеты филиалы берлектә үткәргән конференция Роман кеүек һәләтле балалар араһында йылдан-йыл киңерәк танылыу яулай. 2009 йылда республика, 2012 йылдан Бөтә Рәсәй кимәленә сыҡҡан конференция быйылдан халыҡ-ара ҡатнашлыҡта үтте.  
Конференция сиктәрендә уҡыусылар, студенттар һәм уҡытыусылар 14 ғилми секцияла шөғөлләнде. Авиация һәм  робототехника, теүәл, тәбиғи һәм гуманитар фәндәр буйынса, абруйлы жюри ҡарамағына ҡыҙыҡлы эштәр тәҡдим ителде.
Алыҫтан идара ителгән шуҡ роботтар  Туймазы уҡыусыларының ижад емештәре. Өфөләге авиация техник юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек итеүсе мәктәптә ысын мәғәнәһендә техникаға һәләтле балалар белем ала. Быйыл абруйлы конференцияла ошо мәктәптән генә 80-дән ашыу уҡыусы ҡатнашҡан. Мөмкинлектәре сикләнгән балаларға конференцияла ситтән тороп ҡатнашыу мөмкинлеге тыуҙырылған. Ғилми форум   уҡыусыларҙың артабанғы яҙымышы өсөн дә  әһәмиәтле. Унда еңеүсе өлкән синыф уҡыусыларына юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәндә өҫтәмә балл иҫәпләнә.
Гөлдәриә Йосопова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика