Билдәле тарихсы, археолог, Рәсәйҙең халыҡ мәғарифы алдыңғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡытыусы Миҙхәт Рәжәповҡа һикһән йәш тулған булыр ине

Билдәле тарихсы, археолог, Рәсәйҙең  халыҡ мәғарифы алдыңғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, уҡытыусы   Миҙхәт  Рәжәповҡа    һикһән  йәш тулған булыр ине 25.03.2017

Ошо уңайҙан Баймаҡ  районының   Темәс ауылында  шәхестең яҡты иҫтәлегенә арнап   «Балҡыштарҙан торған ғүмер»  исемле  хәтер һәм ҡәҙер кисәһе үтте.  Сараға республиканың төрлө төбәктәренән мәртәбәле ҡунаҡтар, Миҙхәт Рәжәповтың  яҡындары, дуҫтары йыйылды.

Ағас емеше, кеше эше менән маҡтаулы тиҙәр. Ысынлап  та,  был  бөйөк  шәхес беҙҙең арабыҙҙа булмаһа ла, уның  башҡарған эштәре   һаман да халыҡ күңелендә.  Мәктәп  тарихына, ауылдаштары  яҙмышына битараф булмау,  тыуған илгә лайыҡлы ул һәм ҡыҙҙар тәрбиәләү - былар барыһы ла  һәләтле педагогтың  тынғыһыҙ хеҙмәте. Ҡәҙер һәм хәтер кисәһенә Миҙхәт Шәкүр улының яҡты иҫтәлектәре менән уртаҡлашырға йәмәғәт вәкилдәре, арҙаҡлы ир уҙаманды  яҡындан белгән фекерҙәштәре йыйылды.  
Киләсәк быуынды  аң-белемгә әйҙәүҙән тыш, шулай уҡ уларҙа илһөйәрлек, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү маҡсатында Миҙхәт Рәжәпов археологик эҙләнеү  эштәре  менән дә шөғөлләнә. Бөгөнгө көндә остаздың  күп кенә  боронғо әйберҙәре музей фондында һаҡлана. Миҙхәт Рәжәпов  төрлө өлкә лә  хөрмәт ҡаҙанған  кеше генә түгел,  ә  ғаиләһендә лә ышаныслы тормош юлдашы, яратҡан атай ҙа була.  
90-сы йылдар башында Сибай ҡалаһында асылған 13-сө һанлы башҡорт мәктәбенең тәүге директоры итеп тә Миҙхәт Рәжәпов тәғәйенләнә. Ул  осорҙа  ҡала мөхитендә  рухлы уҡытыусылар коллективын туплау,  кластарға  башҡорт балаларын йыйған мәлдәрҙе хәҙер инде күптән хаҡлы ялда булған уҡытыусылар бөгөнгөләй хәтерләй.
Үҙенең артынан яҡты эҙ ҡалдырған,  заманында барыһын да халыҡ өсөн эшләгән  яҡташыбыҙ  Миҙхәт Рәжәповты был көндө барыһы ла һағынып иҫкә алды. Кисәләге  йылы хәтирәләр һәр кемдең  йөрәгендә оҙаҡ уйылып ҡалыр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика