«Билдәһеҙ Башҡортостан» циклынан сюжеттарҙы дауам итәбеҙ

«Билдәһеҙ Башҡортостан» циклынан сюжеттарҙы дауам итәбеҙ 04.07.2017

Бөгөнгө геройыбыҙ Тәлғил Исмәғил улы Әминев. Ул ярты быуаттан ашыу тарих фәненән уҡыта. Башта тыуған районы Йәрмәкәйҙә һуңынан Бәләбәй ҡалаһында эшләй. Уның бик күп уҡыусылары яратҡан остаздарының эшен дауам итә.Тәлғил Исмәғил улы Әминев  Йәрмәкәй районының почетлы гражданины һәм  «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклипедияһына индерелгән.

Йылдар үтеү менән һарғая төшкән саҡырыу ҡағыҙы. Уны Светлана Суфиянова утыҙ йылдан ашыу һаҡлай. Саҡырыу ҡағыҙын яратҡан уҡытыусыһы Тәлғил Исмәғил улы Әминев ебәргән. Йылдар үтһә лә ул уҡыусылары менән һәр ваҡыт бәйләнештә тора, хаттар яҙа, кәңәштәр бирә, осрашыуҙарға саҡыра.
Ғаиләһенән айырылып сит ҡалаға килгән  уҡыусыларына ул һәр ваҡыт атайҙарса мөғәләмәлә була һәм иркәләп «бәбекәйҙәрем, һандуғас тәпәйҙәре» тип өндәшә. Әммә дәрестәрҙә талап ҡаты. Һәр кем уның предметын яҡшы белергә тейеш. Әминевтарҙың алтын бағанаһы Тәлғил Исмәғилев хаҡында яҡындары яҡты иҫтәлектәр һаҡлай.
Ғаиләлә балалары ла  ата-әсәһе юлынан китә, уҡытыусы һөнәрен һайлай. Ҡыҙы Светлана Пугачева атаһы кеүек тарих фәненән уҡыта. Әминевтарҙың мөғәллимдәр династияһы революцияға тиклем дәүерҙән башланған.
Светлана Пугачева хәтерләүенсә, өйҙә атаһының ҡулынан китап төшмәй. Ә коллегалары менән кис ултырыуҙар уҡытыусылар кәңәшмәһе кеүек була. Тормош иптәше Фәниә Әминева рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә. Уларҙың йылы мөнәсәбәттәре хаҡында әле лә легендалар йөрөй.
Тәлғил Әминев ғүмеренең 60 йылын уҡытыусылыҡ эшенә арнаған һәм йылдар дауамында үҙе лә белемен даими камиллаштырып торған. Уны бигерәк тә тыуған Йәрмәкәй районы ҡыҙыҡһындырған. Эҙәрмән уҡытыусы туплаған мәғлүмәттәрен китап итеп баҫтырған.
Район тормошо биттәрен үҙенә туплаған был энциклопедия хәҙер Йәрмәкәйҙең һәр белем биреү йортонда уҡыу әсбабы булараҡ ҡулланыла. Тап ошо китап буйынса уҡыусылар тыуған яҡ тарихын өйрәнә.
Тәлғил Исмәғилевтың төп хеҙмәте - Башҡортостан Республикаһы энциклопедияһы. Уны эшләүҙең һәм тормошҡа ашырыуҙың төп тәҡдим индереүсеһе лә ул. Ете томлыҡ энциклопедияға  Башҡортостан тураһында йөҙҙән ашыу мәҡәләһе ташҡа баҫтырылған. Атҡаҙанған уҡытыусының хеҙмәттәре уның вафатынан һуң да белем һәм мәғрифәт таратыуға булышлыҡ итә.
Тәлғил Исмәғил улы Әминевтың исеме «Рәсәйҙең иң яҡшы кешеләре» энциклопедияһына индерелгән. Үҙе лә юғары интеллектлы шәхес булараҡ Башҡорт энциклопедияһын эшләүгә күп көс һала. Педагогика тураһында тиҫтәләгән китап, алтмыш йыллыҡ педагогик эшмәкәрлеге булған ысын мәғәнәһендәге халыҡ уҡытыусыһы уҡыусылары, яҡташтары күңелендә юғары әхләҡ, үҙ һөнәренең оҫтаһы булыу өлгөһө.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика