Берҙәм мәктәп формаһы 30.08.2014

Быйыл март айында Президент Владимир Путин менән осрашыу ваҡытында  Бөтә Рәсәй Халыҡ фронты ағзалары берҙәм мәктәп формаһы тураһында һүҙ ҡуҙғатҡайны.

Оҙаҡ тикшерелгән мәсьәлә «Мәғариф тураһында»ғы законда ла сағылыш тапты. Яңы уҡыу йылы алдынан ойошторолған матбуғат конференцияһында  Бөтә Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре, Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, ата-әсәләр комитеты һәм Өфө ҡалаһының мәғариф идаралығы ағзалары  мәсьәләгә үҙ ҡарашын белдерҙе. Унда шулай уҡ мәктәп формаһының раҫланған өлгөләре лә күрһәтелде.
Уҡыусылар өсөн форма магазиндарҙа ғына түгел, мәктәп баҙарында ла һатыла. Әммә уларҙың бөтәһе лә тейешле талаптарға яуап бирә тип әйтеп булмай. Гигиена һәм экология стандарттарын күҙ уңында тотҡанда, фабрикалар сығарған тауарға ҡарата дәғүәләр ишетелмәй. Туҡымаларҙың сифаты хатта федераль белгестәр ҡатнашлығында тикшерелде.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика