Берҙәм дәүләт имтиханына телефонды йәшереп индергәндә лә, уның менән ҡулланып булмаясаҡ

Берҙәм дәүләт имтиханына телефонды йәшереп индергәндә лә, уның менән ҡулланып булмаясаҡ 12.02.2016

Быйыл республиканың барлыҡ имтихан тапшырыу пунктары ла күсмә бәйләнеш сигналдарын туҡтатыусы система менән йыһазландырыласаҡ. Был тәртип боҙоу осраҡтарын кәметеүҙе, белем кимәлен тикшергәндә лайыҡлыларҙы асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Сығарылыш синыф уҡыусыларына тағы ла нимәгә әҙер булырға кәрәк?!

Мөхәмәт Исҡужин исемендәге 136-сы  башҡорт лицейында тик бер сығарылыш синыф уҡыусыһы ғына химиянан Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырырға теләк белдергән. Дамир Мәннәнов табип һөнәрен үҙләштерергә теләй. Ул Медицина университетына уҡырға инеү тураһында хыяллана. Бының өсөн баллдар юғары булырға тейеш.
Дамирҙың синыфташтары өҫтәмә фәндәрҙән башлыса йәмғиәтте өйрәнеү, география һәм физика кеүек предметтарҙы һайлаған. Әҙәбиәт, биология һәм сит телдәр буйынса ла Берҙәм дәүләт имтихандарына әҙерләнеүселәр бар, әммә улар һирәк. Егет-ҡыҙҙарҙың күбеһе иҡтисадсы, юрист һөнәренә өҫтөнлөк бирә, араларында буласаҡ хәрбиҙәр ҙә бар.
Быйылғы сығарылыш синыф уҡыусылары ла имтихан тапшырыу пунктарында ҡәтғи күҙәтеү аҫтында буласаҡ. Талаптар тағы ла көсәйҙе. Һынау барасаҡ һәр белем усағында күсмә бәйләнеш сигналдарын туҡтатыусы система ҡуйыла, йәғни кеҫә телефондарын йәшереп индерергә маташыуҙың файҙаһы юҡ. Әйткәндәй, былтыр Мәғарифты күҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре республикала ун биш тәртип боҙоу осрағын теркәгән, төҙөлгән протоколдар буйынса уҡыусыларға һәм имтиханды ойоштороусыларға юғары күләмдә штрафтар һалынған.
Жанна Миникеева, Башҡортостан мәғариф министрлығының бүлек етәксеһе: «Быйыл беҙ онлайн-күҙәтеү режимында эшләгән имтихан тапшырыу пунктарын 75 процентҡа тиклем арттырабыҙ. Шулай уҡ тағы бер яңылыҡ бар, ул, тәү сиратта, ваҡытынан алда тапшырыусыларға ҡағыла.  Контроль-үлсәү материалдары аудиторияларҙа имтиханға тиклем ун биш минут ҡалғас баҫтырыласаҡ».
Быйыл Башҡортостанда 103 имтихан тапшырыу пункты эшләйәсәк, уларҙың өсәүһе - холоҡ төҙәтеү колонияһында. Ваҡытынан алда тапшырырға теләүселәр өсөн Өфө, Салауат һәм Туймазы ҡалаларында майҙансыҡтар булдырыла. Әйткәндәй, аудиторияларҙа уҡыусыларҙың һаны 25-кә тиклем дә етеүе ихтимал. Бынан тыш, урында медицина хеҙмәткәре лә буласаҡ.
Быйыл шулай уҡ тарих, йәмғиәтте өйрәнеү, информатика һәм география фәндәре буйынса  контроль-үлсәү материалдарынан тест өлөшө алына. Сығарылыш синыф уҡыусыларына яуапты дүрт варианттан һайлап түгел, ә уйлап яҙырға тура киләсәк. Төп дәүләт һынауҙарын тапшырған туғыҙынсылар ҙа быйылдан Берҙәм дәүләт имтиханына етди сирҡаныс ала - уларҙың математика менән  рус теленән тыш, өҫтәмә ике предметтан белем кимәлдәре тикшерелә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика