Берҙәм дәүләт имтиханы дауам итә

Берҙәм дәүләт имтиханы дауам итә 30.05.2016

Бөгөн сығарылыш уҡыусылары рус теле буйынса һынау тотто. Имтихан пункттары иртәнге сәғәт 10-да асылды. Өфөнөң Ленин районы  уҡыусыларының бер өлөшө 24-се урта мәктәбенә йыйылды.

Имтихан башланыуға һынаулы ғына минуттар ҡалған, әммә уҡыусылар был ваҡытты бушҡа үткәрмәй. Егет-ҡыҙҙар тағы бер тапҡыр ҡағиҙәләрҙе иҫенә төшөрә, конспекттарын ҡараштыра. Уҡыусылар аңлатыуынса, улар имтихандан ҡурҡмай, бөтәһе лә етди әҙерләнеп килгән.

Мин йыл дауамында был имтиханға ныҡлап әҙерләндем. Репетиторҙарға йөрөнөм, бынан тыш, уҡытыусыларым менән дә шөғөлләндем.

Тулҡынланыуым күберәк беҙҙе имтиханға индерер алдынан, шулай уҡ уның дауамында ла ныҡ тикшереүҙәренә бәйле, ә былай үҙемде ышаныслы тоям.

Баш ҡаланың Нижегородка биҫтәһендә урынлашҡан 42-се имтихан тапшырыу пунктында рус теленән һынауҙы 297 уҡыусы тапшырҙы. Аудиторияға бары тик һыу, шоколад, ручка һәм паспорт алып килергә рөхсәт ителә. Артыҡ әйберҙәр булмаһын өсөн уҡыусылар имтиханға инер алдынан ентекле тикшереү үтә.
Имтихандың ҡағиҙәгә ярашлы үтеүен бында 80-гә яҡын кеше тәьмин итә. Һәр аудиторияла ике ойоштороусы эшләй, бынан тыш мәктәпкә федераль күҙәтеүсе килгән, ата-әсәләр ойошмаһы ла үҙенең делегатын ебәргән, видеокүҙәтеү ҙә эшләй. Уҡытыусылар ҙа был ваҡытта уҡыусылары өсөн янып-көйә.
Имтихан элеккесә өс сәғәт ярым дауам итә, ләкин быйыл уның эстәлеге үҙгәргән, хәҙер тест юҡ, уҡыусы яҙма рәүештә тулы яуап бирергә тейеш. Юғары балл йыйырға теләүселәр шулай уҡ элеккесә инша яҙа. Бөтәһе бөгөн республикала рус телен 20 меңдән ашыу кеше тапшырҙы, имтихан һөҙөмтәләре яҡынса 10 көндән билдәле буласаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика