Берҙәм дәүләт имтихандарында ҡатнашыу өсөн сығарылыш синыф уҡыусыларына 1 февралгә тиклем ғариза яҙырға кәрәк

Берҙәм дәүләт имтихандарында ҡатнашыу өсөн сығарылыш синыф уҡыусыларына 1 февралгә тиклем ғариза яҙырға кәрәк 07.01.2015

Ғаризала уҡыусы ниндәй фән буйынса имтихан тапшырырға теләүен күрһәтергә, ә инде алдан һынау тоторға ниәте булған осраҡта сәбәбен аңлатырға тейеш.

Ғәҙәттәгесә, сығарылыш синыфтары ике предмет - рус теле һәм математика буйынса мотлаҡ имтихан тапшыра. Уның һөҙөмтәләре урта дөйөм белем тураһындағы аттестатта сағыласаҡ. Мәктәптән һуң уҡыу йорттарына инергә теләүселәр башҡа предметтар буйынса ла һынау тота. Имтихандарҙы алдан тапшырырға теләүселәр өсөн һынауҙар 23 мартта, ҡалғандарға - 25 майҙан башлана.  Июлдә өҫтәмә рәүештә Берҙәм дәүләт имтихандары уҙғарылмай. Шуға күрә училище, лицей, техникумдарҙы тамамлаусылар һәм былтыр кәрәкле балл йыя алмаусыларға 1 февралгә тиклем ғариза биреү зарур.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика