Бер быуатлыҡ мәктәп

Бер быуатлыҡ мәктәп 17.07.2017

Ейәнсура районының  Ғайса Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбе 100 йыллыҡ  юбилейын билдәләне. Бай тарихлы белем усағы хәҙер инде меңәрләгән уҡыусылар тәрбиәлгән. Байрам тантанаһына төрлө йылдарҙа тамамлаған сығарылыш уҡыусылары йыйылды.

Мәктәп тупһаһында көтөлгән осрашыу, ихлас йылмайыуҙар. Тормош синыфташтарҙы төрлө яҡҡа ташлаған. Тыуған ояһынан күптән осоп китһәләр ҙә, һабаҡташтар бер быуатлыҡ юбилейға талпынып ҡайтҡан.

Байыш ауылында башланғыс мәктәпкә нигеҙ 1917 йылда һалынған. Ғайса Аҡманов  ете йыллыҡ белем усағының тәүге директоры вазифаһын үтәй. Етәксе булараҡ шәхес ҙур эштәр атҡарып, коллективтың абруйын күтәрә. Әлеге көндә лә Аҡмановтар ғаиләһенең даны алыҫтарға таралған.

Байыш урта мәктәбе бөгөн заман  талаптарына яуап биргән мәғариф учреждениеһы. Уҡыуҙағы, төрлө ярыштарҙағы ҡаҙаныштары Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең бик күп маҡтау грамоталары менән бүләкләнгән. Уҡытыусылар "Йыл уҡытыусыһы" конкурстарында ҡатнашып яҡшы һөҙөмтә күрһәтә. Уҡыусыларҙың белем кимәле лә юғары.

Йөҙ йыллыҡ тарихы булған Ғайса Аҡманов исемендәге Байыш урта мәктәбе үҙе уҡытып сығарған билдәле шәхестәре, фән докторҙары һәм кандидаттары менән дә  хаҡлы ғорурлана. Улар тыуған ауылында белем алып  бөгөн республиканың сәйәси һәм ижтимағи үҫешенә тос өлөш индерә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика