Бер быуатлыҡ байрам

Бер быуатлыҡ байрам 30.12.2016

Мишкә районының Ирсай мәктәбе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Ошо ваҡыт эсендә белем усағын меңдәрсә бала тамамлаған.

Ирсай мәктәбе балалары башҡортса уҡырға өйрәнә. Башлыса, марыйҙар тәшкил иткән белем усағында дәүләт теленә һөйөү бала саҡтан һалына. Оҙаҡ йылдар башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләгән Лилиә Әхмәтдинова әйтеүенсә, йәштәрҙең гражданлыҡ аңын тәрбиәләүҙә дәүләт һәм туған телдәрҙең роле ҙур. Был йәһәттән уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн педагог төрлө заманса алымдар ҡулланып эш итергә тырыша.
Бай тарихлы мәктәптә ҡыңғырау сыңлай башлауға бер быуат ваҡыт үтеп тә киткән. Бөгөн бында дүрт ауылдан 150-нән ашыу бала белем ала. Ирсай мәктәбенең тағы ла төрлө төбәктәрҙәге филиалдында 112 уҡыусы иҫәплә. Уларға сифатлы белем биреү менән рәттән, күп төрлө түңәрәктәр ҙә әүҙем эшләй. Бейергә һәм йырларға оҫта балалар район, хатта республика сәхнәләрендә лә уңышлы   сығыш яһай. Шулай уҡ Ирсай мәктәбе уҡыусылары спорт ярыштарында ла даими еңеү яулай.  
Танылған композитор Алексей Искәндәров исемен йөрөткән мәктәптә һуңғы йылдарҙа күләмле ремонт эштәре лә башҡарылған.  Уҡыусыларға хәҙер белем тауҙарына артылыу һәм спорт өлкәһендә юғары күрһәткестәргә өлгәшеү өсөн  барлыҡ уңайлы  шарттар тыуҙырылған.
Бер нисә йыл элек мәктәптә музей ҙа барлыҡҡа килгән. Унда Алексей Искәндәров тураһында бай мәғлүмәт тупланған. Шулай уҡ ошо ауылда тыуып үҫкән композиторҙың шәхси әйберҙәре ҡәҙерләп һаҡлана.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика