Белем усағы яңыртылырмы?

Белем усағы яңыртылырмы? 08.07.2014

Бөрө районының Шишмә ауылы халҡы түҙемһеҙлек менән урындағы мәктәптә төҙөкләндереү эштәре башҡарылыуҙы көтә. Быйыл февраль айында бинаның ҡыйығы емерелеп төшкәндән бирле уҡыусылар күрше ауылға йөрөй белем ала. Ғәҙәттән тыш хәлде тикшерергә килгән комиссия мәктәп бинаһын төҙөкләндереүгә яраҡлы тип таный, проект та әҙерләнә, ләкин йөк һаман да урынынан ҡуҙғалмаған. Балалар яңы уҡыу йылын үҙ мәктәбендә ҡаршы ала алырмы? Илфат Кинйәбаев асыҡларға тырышты.

Бөрө районының Шишмә ауылы халҡы түҙемһеҙлек менән урындағы мәктәптә төҙөкләндереү эштәре башҡарылыуҙы көтә. Быйыл февраль айында бинаның ҡыйығы емерелеп төшкәндән бирле уҡыусылар күрше ауылға йөрөй белем ала. Ғәҙәттән тыш хәлде тикшерергә килгән комиссия мәктәп бинаһын төҙөкләндереүгә яраҡлы тип таный, проект та әҙерләнә, ләкин йөк һаман да урынынан ҡуҙғалмаған. Балалар яңы уҡыу йылын үҙ мәктәбендә ҡаршы ала алырмы? Илфат Кинйәбаев асыҡларға тырышты.

5-се синыфты тамамлаған Илона ҡасандыр оҫталыҡ дәрестәренә йөрөгән кабинетҡа инеп, үҙе эшләгән биҙәүле шешәне күреп ҡала. Бында күп нәмәләргә өйрәндем ти, ҡыҙ. Үреп эшләгән кәрзин мәктәп беренселегендә иң матуры тип тә таныла. Белем усағы ябылғас ижади түңәрәктәр ҙә туҡтатылған.
Шишмә ауылы мәктәбендә балалар тауышы февраль ваҡиғаларынан һуң тынып ҡала. Тикшереү ҡыйыҡ ҡар ауырлығынан ишелеүен асыҡ күрһәтә. 70-се йылдарҙа уҡ сафҡа ингән белем усағы бер ҡасан да төҙөкләндерелмәгән. Мәктәпте яңыртырға тигән ҡарар сығарылһа ла, эш әлегә тиклем һуҙылған.
Ваҡиғанан инде ярты йыл үтеүенә ҡарамаҫтан, Шишмә мәктәбендә әле һаман бер нәмә лә үҙгәрмәгән. Ҡыйыҡтан һыуҙар аға, стеналар емерелеүен дауам итә, төҙөкләндереү эштәре иһә башланырға ла уйламай. Был хәлдә бина тағы бер ҡышты сыға алмаясаҡ тип әйтеүселәр ҙә бар. Ә уҡытыусылар һәм ата-әсәләр уларҙың яратҡан мәктәбе яңынан асылмаҫ тип хафалана.
Улар хәҙер буш мәктәп эргәһендә йыш йыйыла, барыһының да иң ҙур теләге-яңы уҡыу йылында белем усағының сафҡа инеүе.
Төҙөкләндереү башлау өсөн бөтә шарттар ҙа бар кеүек. Тикшереүселәр бинаны яңынан сафҡа индереп була тигән һығымта яһаған, проект та әҙер. Уға ярашлы мәктәптең ҡыйығын, стеналарын һәм нигеҙен яңыртыу талап ителә. Смета сығымдарҙы яҡынса 26 миллион һум кимәлендә билдәләгән. Район бюджетында бындай аҡсалар юҡ,-ти Бөрө етәкселеге.
Кәрәкле аҡса бүленгән осраҡта ла аукцион үткәреп эштәрҙе башҡарасаҡ ойошма табыу, уның менән килешеү төҙөп рәсми документтарҙы раҫлау өсөн дә бер нисә ай ваҡыт талап итәсәк ти белгестәр. Бынан тыш, бинаның нигеҙен һалҡындар ваҡытында йүнәтеп булмай, эш оҙаҡҡа һуҙылыуы ихтимал. Тимәк Шишмә ауылы уҡыусылары киләһе уҡыу йылын күрше ауыл мәктәбендә башлауы мөмкин тигән фекерҙә белгестәр..

Илфат Кинйәбаев


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку