Белем усағы ҡасан ҡабаттан дөрләй башлаясаҡ? 27.09.2016

Шишмә ҡасабаһының 5-се мәктәбе бына инде 3 йыл ремонтҡа бикле. Эштәр теүәлләнгәнсе балалар, ә мәктәптә 500-ләп уҡыусы белем ала, икенсе учреждениеларға йөрөргә мәжбүр. Был әлбиттә төрлө ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, мәҫәлән әле башланғыс синыфтар уҡыған пионерҙар йорто филиалында ашхана юҡ, бүлмәләр тар, өҫтәүенә балаларға икенсе сменала шөғөлләнергә тура килә. Ремонт башланғанда  ата-әсәләр был шарттарға риза булған, ләкин улар был хәл шулай оҙаҡҡа һуҙылыр тип уйламаған да, башта һүҙ ярты йыл тураһында ғына барған. Ремонт ҡасан тамамланыр һәм мәктәп ҡабаттан балалар тауышына күмелер?

Стеналарҙа бәшмәк, кабинеттарҙа тынсыу дымлы һауа. 3 йыл элек мәктәп ҡыйығынан һыу үтә башлай. Ҡарҙар иреп, яҙғы ямғырҙар тынғас, бында ремонт башлана. Хәҙер инде 2016 йыл тамамланып килеүенә ҡарамаҫтан, мәктәп һаман асылмай. Ата-әсәләр таң ҡала, нисек инде бина ҡыйығын 3 йыл ремонтларға була, етмәһә быға миллионлаған аҡса туҙҙырырға.  
Мәктәптә ремонт ысынлап та әле һаман дауам итә. Ләкин ул асылында быйыл ғына башланған. Быға тиклем райондағылар ҡыйыҡты яңыртыуға тотона, аукцион ойоштора, подрядсы ойошма һайлай, ләкин эштәрҙе башҡарыусы намыҫлыларҙан булмай сыға. Ул технологияны боҙғанға күрә, район хакимиәте ремонтты туҡтатырға мәжбүр була. Эштәрҙе башҡарыусы быға риза булмай әлбиттә, суд башлана, йылдар үтә, мәктәп бикле тора. Бөгөн уның асылыуын бигерәк тә балалар көтә.
Хәҙер хәл ҡырҡа үҙгәргәнгә оҡшай. Икенсе подрядсы ойошма менән контракт төҙөлгән, кәрәкле аҡса бүленгән, ҡыйыҡ та инде яңы. Әле мәктәптә электр сымдары һәм сантехника алмаштырыла. Артабан кластарҙа биҙәү эштәре башланасаҡ. Мәктәп ишектәрен яңы йылға мотлаҡ асасаҡ тип аңлаталар район хакимиәтендә.
Ата-әсәләр мәктәп яңы йылға асыла тигән вәғәҙәне өсөнсөгә ишетә килеп сыға. Күптәр быға инде ышанмай ҙа, ләкин бер нәмәгә ҡарамаҫтан уларҙың өмөтө һүрелмәй. Сөнки ата-әсәләр балаларҙың яҡшы шарттарҙа белем алыуын теләй.  
Шулай итеп Шишмә ҡасабаһының 5-се мәктәбе ишектәре 2017 йыл башында асылырға тейеш. Әле иң мөһиме эштәрҙе ваҡытында теүәлләү. Шуға ла күҙәтеү органдары эштәрҙе башҡарыусыларҙы көн дә тикшереп тора. Әле улар графиктан ҡалышмай. Бәлки был юлы тап шулай килеп сығыр ҙа. Ваҡыт күрһәтер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика