Белем, хеҙмәт һәм ижад байрамы 07.04.2017

Бөгөн Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2017» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Таныш булмаған мәктәптә асыҡ дәрес биреү, эссе яҙыу, мәғариф проектын төҙөү - һөнәри бәйге этаптары үтә лә ҡатмарлы, әммә талантлы педагогтар уларҙы  йырып сыға

Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова менән осрашып, түңәрәк өҫтәл артында фекер алышыу ҙа тик яҡшы тәьҫораттар ҡалдырған. Күптәр өсөн бәйге профессиональ үҫешкә ҙур этәргес булып тора.
Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова ла үҙ сығышында абруйлы һөнәр эйәләрен еңеүҙәре менән ҡотлап, бөгөн уҡытыусы иңенә ҙур бурыстар йөкмәтелеүен, эшкә заманса ҡараш талап ителеүен билдәләне. Әйткәндәй, «Йыл уҡытыусыһы» конкурсы республикала 1991 йылдан уҙғарыла. Күләмле сара педагогтарҙың талантын төрлө яҡтан асырға ярҙам итә, ижади ҡарашлы, киң даирәле белгестәрҙе билдәләне.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика