Белем алыу системаһы электрон форматҡа күсә

Белем алыу системаһы электрон форматҡа күсә 22.03.2016

Быйыл ошо өлкәгә 30 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Был турала  бөгөн Республика башлығы  электрон уҡытыуҙы үҫтереүгә арналған совет ултырышында белдерҙе.  Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында үткән сарала шулай уҡ заманса технологяиларҙы индереү нескәлектәре,  көнүҙәк проблемалар хаҡында ла һүҙ барҙы. Ултырышта новатор уҡытыусылар методик алымдары менән уртаҡлашты.

Атомдар, ядролар, нейтрондар физика китабы биттәренән виртуаль киңлеккә күсә. Стәрлетамаҡ районынан  новатор педагог Дмитрий Кущ  виртуаль лаборатория ойошторған. Һәр дәрес өлгөһөн әҙерләүгә ай тирәһе ваҡыт китә, әммә һөҙөмтә үҙен аҡлай.  Лаборатория эштәрен физиканы яратмағандар ҙа мауығып башҡара. Республика башлығы компьютер программаһын мәғарифты үҫтереү институты ярҙамында тиражларға ҡушты.
Педагогтар фекеренсә, компьютерҙа мөкиббән киткән заман уҡыусыларын яңыса технологиялар менән генә ҡыҙыҡтырырға мөмкин. Әммә система даими камиллаштырылып, тулыландырылып торорға тейеш. Мәҫәлән, башланғыс синыфтар өсөн анимациялар, өлкәндәргә етдиерәк алымдарҙы ҡулланырға мөмкин. Бала программа үҙ йәшенә тура килгәндә генә мәғлүмәттте ҡабул итә.
Электрон белем биреү һәр кемгә шәхсән үҫешеү, мәғлүмәтте һайлау мөмкинлеге бирә. Был  һыҙат яңы федераль стандарттарға ла хас. Әле илдең 50-нән ашыу төбәге һәм Башҡортостан мәктәптәренең күпселеге ғалим Булат Юнысбаевтың инновация технологияһына таянып эшләй, уның төп үҙенсәлеге -  баланы шәхес булараҡ формалаштырыуға ҡайтып ҡала.  
Башҡортостанда 2020 йылға тиклем электрон белем биреү концепцияһы ҡабул ителгән. Республика был тәңгәлдә лидер тип әйтергә мөмкин. Электрон уҡытыуҙы индергән белем усаҡтары арта, инновация эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе педагогтар  күбәйә. Әле был күрһәткес 70 процент тирәһе. Әммә Республика башлығы белдереүенсә, әлегә тиклем  аныҡ эш программаһы юҡ.   Педагогтарҙың электрон белемен камиллаштырыу ҙа мотлаҡ.
Былтыр Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында  100 меңдән ашыу педагог электрон уҡытыу буйынса дистанцион курстар үткән,  учреждение сайтында  500-ләп  асыҡ дәрес  һәм методик ҡулланманы ҡарарға мөмкин. Алдағы йылдарға ла пландар ҙур. Быйыл  мәғариф системаһын электронлаштырыуға республика бюджетынан  30 миллион һум аҡса  йүнәлтелгән, ул гранттар формаһында бүленәсәк.
Электорн белем биреү тотош донъяла киң ҡулланыла. Меңдәрсә Рәсәй йәштәре сит илдә  дистанцион курстарҙа  уҡый. Тамамлағас шунда уҡ эшкә китә.  Был күренешкә сик ҡуйыу өсөн үҙебеҙҙә ошо системаны индереү, йәштәрҙең белем алыуға мөмкинлектәрен һәм һайлау даирәһен арттырыу мөһим.
Хәҙер белем алырға теләүселәр өсөн бер ниндәй кәртәләр ҙә юҡ,  өйҙәге комьютер, хатта кеҫә телефоны тулы бер аудиторияны  алмаштыра ала. Интернет селтәрендәге теләгән сайтҡа инеп кәрәкле мәғлүмәтте алырға, белемеңде камиллаштырырыға мөмкин. Теләк кенә булһын.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика