Беҙҙең редакцияға Стәрлетамаҡ ҡалаһының 5-се урта мәктәбе уҡыусыларының ата-әсәләре мөрәжәғәт итте 03.10.2015

Улар башланғыс синыфта белем алыусы балаларҙың икенсе сменала уҡыуына зарлана.  

Үтенес менән ата-әсәләр мәктәп директорына бер нисә тапҡыр мөрәжәғәт иткән. Мәктәп эргәһендәге был төкәтмәлә элек башланғыс синыф уҡыусылары белем алған. Бина тап ошо ниәттә төҙөлгән була. Ләкин һуңынан ул ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегенә бирелә. Ата-әсәләр уны кире мәктәпкә ҡайтарыуҙы талап итә.
Мәктәп директоры проблема менән яҡшы таныш. Мәктәпкә 1989-сы йылда нигеҙ һалына. Бинала ул ваҡытта өс меңдән ашыу уҡыусы белем ала. Шуға ла алты йылдан 600 балаға иҫәпләнгән төкәтмә төҙөлә. Бер нисә йылдан кинәт уҡыусылар һаны кәмей башлай. Шуға ла төкәтмә ҡаланың мәғариф бүлегенә бирелә. Ә һуңғы йылдарҙа белем усағында балалар иҫәбе тағы ла арта.
Ата-әсәләр балаларын икенсе мәктәптәргә бирергә риза түгел. Ә төкәтмәлә урынлашҡан Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлеге хеҙмәткәрҙәре билдәләүенсә, бинаны кире ҡайтарыу проблеманы хәл итмәйәсәк. Сөнки унда дәрес алып барыу өсөн алты бүлмә иҫәпләнә. Беренсенән, башланғыс синыф уҡыусылары беренсе һәм икенсе ҡатта ғына белем ала ала. Бынан тыш, һәр бүлмә махсус парталар менән йыһазландырылырға тейеш.
Светлана Кәримова, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте мәғариф бүлегенең баш инспекторы: «2009-сы йылда бында 800 бала уҡый  ине. Өҫтәүенә, мәктәп эргәһендә башҡа белем усаҡтары бар. Улар бер сменала уҡый. Ә беҙҙең бүлек хеҙмәткәрҙәре элек ҡаланың балалар баҡсаларында урынлашҡайны. Шуға ла ошо бина мәғариф бүлегенә бирелде. Бында күскәс балалар баҡсаларында мең ярымға яҡын урын бушаны».
Мәктәптә проблеманы хәл итеү өсөн икенсе ҡатта китапхана, архив һәм уҡытыусылар бүлмәләрен бушатыу ҡаралған. Улар йыһазландырылғас бер нисә башланғыс синыф өсөн урын буласаҡ. Ләкин был ғына етмәй. Директор ата-әсәләргә балаларын икенсе мәктәптәргә уҡырға бирергә кәңәш итә. Киләсәктә Рәсәйҙә бар мәктәптәрҙе лә бер сменаға күсереү тураһында һүҙ барғанда, мәсьәлә ысынлап та, көн талабы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика