БДУ-ның Сибай институты эшҡыуарлыҡ, экология, тел һәм мәҙәниәт мәсьәләләренә арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте 22.03.2017

Урал аръяғында мәғариф һәм мәҙәни мәккәһе булған уҡыу йорто йыл да йәмғиәт өсөн мөһим темалар күтәргән ҙур йыйындар ойоштора. Был юлы ла унын эшендә билдәле ғалимдар, йәмәғәт вәкилдәре,  Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәкселәре, институт студенттары  һәм көньяҡ төбәктәрҙен йәмәғәт һәм ҡоролтай ойошмалары ҡатнашты.

Йылдағыса институт диуарҙары буйлап экскурсия, унын көслө матди техник базаһы менән танышыу уҡыу йортонон бөгөн дә үҫеш юлында икәнлеген күрһәтә. Ә конференцияла күтәрелгән темаларҙың глобаль һәм унда сығыш яһаусы ғалимдарҙын исемлеге береһенән береһе дәрәжәле булыуын иҫәпкә алғанда был ҡорҙоң эстәлегенең ни тиклем бай һәм йөкмәткеле булыуы хаҡында һөйләй.
Бер яҡтан ҙур тема Башҡортостандың  йөҙ йыллығы, икенсенән  Рәсәй экология йылында етди проблдемалар күтәреү. Башкортостан дәүләт ҡурсаулығы ғалимдары мәҫәлән,  йылға күлдәр эргәһендәге ағаслыҡтарҙын аяуһыҙ киҫелеүе, ундағы суплектәрҙен артыуына ихтибар итте. Бөгөн шул сәбәпле былай ҙа  кыҙыл китапҡа ингән табан, кыҙыл балыҡтарҙың  юғала барыуы һыуҙарҙын торошона бәйле, ти белгестәр
Секцияларға бүленеп эшләү күтәрелгән темаларҙы тәрәнерәк тикшереү‐ мөмкинлеге бирҙе.  Башкорт йәштәре араһында  инновацион эшҡыуарлык йүнәлештәрен үҫтереү,  ғаиләлә һәм бөтөн йәмғиәттә туған тел мәсьәләләре, билдәле ғалимдарҙын оҫталыҡ дәрестәрендә булыу ҡунаҡтар өсөн фәһемле булды.  Ә  Бөтә донья башҡорттар ҡоролтайы  комитетының ҡатнашыуы урындағы ҡоролтайҙарҙын эшмәкәрлеге менән танышыу ине.



Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика