Баймаҡта йыл тәрбиәсеһе билдәләнде 12.04.2017

Үткән аҙнала районда  туғыҙ  тәрбиәсе  араһынан иң-иңдәр билдәләнде. Конкурста ҡатнашыусылар өс көн дауамында  үҙҙәрен  педогог ҡына түгел, ә  артист булараҡ  та  һынап ҡараны, оҫталыҡ дәрестәрен күрһәтте.

Йәмғиәттә тәрбиәсенең роле баһалап бөткөһөҙ. Ярышта мәктәпкәсә  белем биреү учреждениеһында  балалар донъяһын аңлаған, үҙ эшенә мөкиббән бирелгән хеҙмәткәрҙәр генә  эшләй алыуы тағы ла асығыраҡ күренде.
Һәр педагог фантазияға бай һәм үҙенә күрә эш алымдары менән айырыла. Шуға күрә баһалама ағзаларына  еңеүсене билдәләүе ауырға тура килә. Конкурстың еңеүсеһе  итеп оҙаҡ йылдар  «Йондоҙло»  балалар баҡсаһында эшләгән  Татьяна Ғәббәсова    танылды.
Призлы урынға лайыҡ булған тәрбиәселәр ҡиммәтле бүләктәр һәм аҡсалата премиялар менән бүләкләнде, ә  Гран-при  яулаусы Татьяна Ғәббәсова үҙ көсөн артабан республика кимәлендә һынаясаҡ.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика