Баймаҡ районы менән Өфө мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләрендә хеҙмәттәшлек ептәрен нығыта 23.06.2016

Был турала былтыр октябрҙә Темәс ауылында уҙған республика мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре кәңәшмәһендә килешелгәйне. Уға ярашлы, күптән түгел районға  баш ҡаланан тәүге делегация килде

15 кешенән торған  тәүге делегация Баймаҡ районының  тарихи-мәҙәни объекттары менән танышыуҙан тыш, белем биреү учреждениеларында ла булды. Делегация составында башҡорт теле һәм әҙәбите уҡытыусылары ла бихисап. Шуға күрә, был  сәфәр иһә  мәғариф өлкәһендәге белгестәре менән аралашыу,эш системаһы менән танышыу, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыуға булышлыҡ итәсәк.  

Өфө ҡала хакимиәтенең Баймаҡ районы  менән хеҙмәттәшлек итеүе   осраҡлы түгел. Был  килешеү  ҙур  ҡала  шарттарында  башҡорт  райондарының   мәғариф өлкәһен, мәҙәни, милли мираҫын  өйрәнеүҙе күҙ уңында  тота.  

Һуңғы осорҙа мәғариф өлкәһе ҙур ғына  үҙгәрештәр кисерә: яңы йүнәлештәр, уҡытыу технологиялары, программалар эстәлеге үҙгәрә, яңы стандарттар индерелә. Шуға ярашлы уҡыусыларға  төплө белем биреү, рухи яҡтан тәрбиәләү кеүек  мәсьәләләр түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды. Сөнки заман  уҡытыусыһы мәғлүмәт технологияларын, компьютер менән эшләүҙе яҡшы үҙләштерергә тейеш.  Бөгөн бының өсөн бар мөмкинлектәр ҙә булдырылған.  

Ошоға тиклем Өфө ҡала  хакимиәте Салауат районы менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән. Киләсәктә райондар араһындағы эшлекле мөнәсәбәттең    дауамы уңышлы  булыр,  үҙ  һөҙөмтәһен бирер.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика