Баймаҡ районы мәғариф учреждениеларында яңы уҡыу йылына әҙерлек тамамланыу алдында

Баймаҡ районы мәғариф учреждениеларында  яңы уҡыу йылына әҙерлек тамамланыу алдында 26.08.2016

Ремонт-төҙөкләндереү эштәре  менән бер рәттән мәктәп автобустары торошона ла ныҡлы иғтибар бүленде. Техника махсус күҙәтеү үтте.

Һуңғы йылдарҙа мәктәптәр һанының ҡыҫҡарыуы  сәбәпле, балаларҙы йөрөтөү, автобустарҙың техник торошона иғтибар артты. Был аңлашыла, сөнки бала ғүмере - иң ҡәҙерлеһе. Хеҙмәт стажы  45  йылға еткән водитель  Ҡыяметдин  Мөхәмәтйәнов  быны яҡшы аңлай. Бына инде  һигеҙ  йыл ул   Аҡморон  мәктәбенең автобусын йөрөтә. Көн һайын тиҫтәләрсә бала ғүмерен үҙ яуаплылығына алып юлға сыға.
Баймаҡ районында барлығы 29  мәктәп автобусы бар. Балаларҙы алып йөрөү тәжрибәле водителдәргә йөкмәтелгән. Район мәғариф бүлеге механигы Радик  Нурмөхәмәтов әйтеүенсә, автобустарҙың күбеһе 2006 йылда алынған. Талаптарға ярашлы, был төр транспорттың хеҙмәт итеү ваҡыты ун йыл булһа ла, улар әле ҡулланылыуҙа ҡала килә. Шуға күрә техника даими тикшереү үтә.
Үҙенә билдәләнгән маршруттағы юлдарҙың торошон яҡшы белеү, графикты теүәл үтәү менән бергә салонда тәртип, балаларҙың юлда йөрөгәндә үҙҙәрен уңайлы тойоуын ҡайғыртырға ла бурыслы водителдәр. Ә инде техниканың төҙөклөгө һәм юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе хаҡында әйтәһе лә түгел.
Автобус руле - ышаныслы ҡулдарҙа  тип әйтергә тулы нигеҙ бар. Быны техник күҙәтеү һөҙөмтәләре лә тағы бер мәртәбә иҫбатланы.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика