Баймаҡ ҡалаһынын 4-се мәктәбендә  ун беренсе синыф уҡыусыларының ата-әсәләре өсөн Берҙәм дәүләт имтихандары үтте 21.02.2017

Эшлекле уйын тип аталған был сара өлкәндәрҙен белемен тикшереү түгел, ә  балаларҙы  имтиханға әҙерләүҙә ололарҙың да яуаплылығын арттырыу һәм уны үткәреү тәртибен анлатыу.  Һынауҙарҙа ҡырҡлап ата-әсә ҡатнашты.

Имтихандын талаптарын үтәү мәктәп тупһаһынан уҡ башланды. ЕГЭ бирергә килгәндәр белем учреждениеһына тейешле королмалар аша үтеп инә. Был инде уҡыусынын белеме шпаргалка йә иһә башҡа махсус урындарҙа түгел, ә унын башында икәнлеген күрһәтә. Артабан барыһы өсөн дә линейкаға басыу. Ошонда дәүләт комисияһы етәксеһе, күҙәтеүселәр, имтиханды  ойоштороусылар унын ҡағиҙәләре менән таныштыра һәм бөтәһекн дә аудиторияға бүлеп сыға. Ата әсәләр балаларға ҡарағанда ла нығыраҡ тулкынлана. Сөнки улар белем алған ваҡытта бындай күренештәр бөтөнләй юҡ ине.
Аудиторияларға ата әсәләр тик паспорт менән генә индерелә. Шулай уҡ бөтә ерҙә видеокүҙәтеү ҡоролмалары  ҡуйылған.
Ил буйынса барған быйылғы имтихандарҙын тукһан проценты онлайын режимда барасаҡ Был һынау тотҡан уҡыусыларҙы ҡурҡытыу түгел, ә киреһенсә имтихандарҙын асыҡ һәм ғәҙел барышын дәлилләгән бер алым булып тора.
Аудиторияларҙа бер ук ваҡытта имтихан һорауҙары таратып бирелә. Ғәҙәттә бер имтиханға өс сәғәт ярым вакыт бирелһә, ә был эшглекле уйын булғанға күрә ата әсәләр утыҙ биш минут эсендә яуап яҙырға тейеш.
Былтыр ошондай уҡ эшлекле уйын имтихандарыф мәктәп директораҙыр өсөн  дә үткәрелгән. Йыл һайын үҙгәреп торған берҙәм дәүләт имтиханадарын үткәреү тәртибе менән танышыу, норматив документтарҙы тултырырға өйренәү етәкселәр өсөн дә фәһемле булған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика