Баймаҡ ҡалаһында һөнәрҙәр фестивале уҙҙы 05.10.2016

Уның маҡсаты -  мәктәп уҡыусыларына буласаҡ  һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнәлеш биреү ине. Сара барышында төбәктәге уҡыу йорттары һәм эшҡыуарҙар көсө менән күргәҙмәләр ойошторолдо. Халыҡ кәсептәре, сәнәғәт һәм ауыл хужалығы өлкәһен сағылдырған экспозициялар эшсе һөнәрҙәргә арналды.

Бөгөн хеҙмәт баҙарында үҙ урындарын тапҡан эшсе ҡулдарҙың һөнәрҙәренә оҫталыҡ дәрестәре үткәреүе- -сарала ҡатнашыусылар өсөн иң мауыҡтырғысы булды.Улар араһында тәмлекәстәр етештереүсе оҫта ҡулла ашнаҡсылар, матур итеп сәс үреүселәр һәм тегенселәр бар. Үҙ тегеү оҫтаһын булдырған Әнисә Байрамғолова оҙаҡ йылдар урындағы халыҡты  хеҙмәтләндерә һәм тегенсе һөнәрен һайлауға бер ҙә үкенмәй.
Сарала шулай уҡ көньяҡ-көнсығыш төбәк райондарының урта профессиональ белем биреү учреждениелары үҙ күргәҙмәһен ойошторҙо. Сөнки тап ошо белем усаҡтарында эшсе һөнәрҙәргә әҙерләйҙәр. Мәктәп уҡыусыларың аңлы рәүештә үҙ киләсәген билдәләүгә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуға бөгөндән эш башлау зарур.
Оҫталыҡ дәрестәрендә, төрлө ҡыҙыҡлы әңгәмәләрҙә, профоритацион тестарҙа ҡатнашыу мәктәп уҡыусылары һәм студенттар өсөн эшсе һөнәрҙәргә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сөнки һәр кем киләсәктә матди яҡтан ныҡлы, ихтияжлы эш урынында эшләргә теләй. Ә бының өсөн дөрөҫ юлды бөгөндән асыҡлау мөһим.
Йәштәр араһында профориентация акцияһы республиканың һәр төбәгендә ойошторола. Был сара үҙ әһәмиәтен  киләсәктә хеҙмәт баҙарында күрһәтәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика