Башҡортостандың иң яҡшы лагеры

Башҡортостандың иң яҡшы лагеры 25.09.2014

Йәй дауамында  Мәғариф министрлығы вәкилдәренән торған  комиссия  төбәктәрҙә урынлашҡан лагерҙар эшмәкәрлеге менән яҡындан танышты.  

Улар тәү сиратта һауыҡтырыу учреждениеларының матди-техник базаһына һәм балаларҙың ялын ойоштороу мәсьәләләренә иғтибар бүлде. Комиссия ағзалары әйтеүенсә, быйыл республикала ҡала ситендәге 95 лагерь эшләне. Уларҙың барыһы ла республика кимәлендә ойошторолған конкурста ҡатнашырға теләк белдергән. Һөҙөмтәлә баһалама ағзалары беренсе урынды Әбйәлил районының «Ирәндек» балалар лагерына тапшырырға ҡарар иткән. Һуңғы өс йылда был учреждениеның матди-техник базаһын нығытыуға ҙур сығымдар бүленгән.

Балаларҙың йәйге ялы өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте «Ирәндек» лагерында үткән республика семинарында тикшерелде. Унда билдәләнеүенсә, быйыл Башҡортостанда йәйге һауыҡтырыу кампанияһы барышында 380 мең самаһы бала һәм үҫмер ял итеп, сәләмәтлеген нығытҡан. Ошо маҡсатта 1 миллиард 600 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған. Кәңәшмә һуңында яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкән лагерҙәр етәкселәренә Маҡтау ҡағыҙҙары тапшырылды.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку