Башҡортостандың ете проекты Бөтә Рәсәй фәнни-техник һәм инновация ижады конкурсында еңеү яуланы 13.06.2017

Улар араһында Благовещен ҡалаһында йәшәүсе 13 йәшлек малайҙың эше лә бар. Үҫмер уйлап тапҡан робот-эколог ҡоролмаһының Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә аналогы юҡ.

Ябай деталдәрҙән йыйылған робот техникаһы. Владислав Балявин үҙе уйлап тапҡан ҡоролма кеҫә телефоны ярҙамында идара ителә. Робот һыу ятҡылығын сүп-сарҙан таҙартыуы менән үҙенсәлекле. Әле ул ни бары уйынсыҡ булһа ла, киләсәктә уның кәрәге тиеүе ихтимал, ти үҫмер.
Үҫмерҙең  эше Мәскәүҙә үткән Бөтә Рәсәй фәнни-техник һәм инновация ижады конкурсында юғары баһалана. Роботехника түңәрәгендә өс йыл шөғөлләнеүенә ҡарамаҫтан ул үҙенсәлекле проект уйлап тапҡан. Был малайҙың икенсе ҙур эше. Әле теүәл фәндәр менән ҡыҙыҡһынған үҫмер яңы хыялдар менән яна. Ул да экологияға бәйле берәй робот техникаһы булмаҡсы.
Был ҡоролманы ҡороуға аҙна-биш көн ваҡыт киткән. Ул ниндәй ҙә булһа ҡатмарлыҡтар тыуҙырмаған. Бары тик үҫмер үҙ фантазияһына таянып эшләгән. Һәм һөҙөмтәлә илдә ул берҙән-бер робот һанала.
Әйткәндәй, яҡын арала Благовещен ҡалаһында «Кванторий» балалар технопаркы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Объектты төҙөү быйыл планлаштырыла. Заманса учреждениела, айырыуса эшсе һөнәрҙәр әҙерләүгә йүнәлтеләсәк үҙәктә шөғөлләнергә теләүселәр ҙә күп.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика