Башҡортостандың дини картаһы барлыҡҡа килде

Башҡортостандың дини картаһы барлыҡҡа килде 12.02.2018

Сайтта дәүләттең һәм йәмғиәттең конфессия-ара мөнәсәбәттәр системаһы, ғилми  асыштар, дини учреждениелар, дин әһелдәре тураһында мәғлүмәт урын аласаҡ.

Дини картаны әҙерләү өсөн аҡса республика ҡаҙнаһынан, грант системаһы буйынса бүленгән. Сайтты эшләүселәр әйтеүенсә, яңы мәғлүмәт майҙансығының төп маҡсаты өс вектор - власть органдары, фән эшмәкәрҙәре һәм дини йәмәғәтселек араһында  бәйләнештәрҙе нығытыу. Сөнки әлеге көндә конфессия, ведомство-ара мөнәсәббәттәрҙең һөҙөмтәлелеген арттырыу бурысы тора.  Карта сиктәрендә һәр бер муниципаль берәмектә эшләп килгән конфессия-ара комиссияларҙың айырым сәхифәләре лә урын ала, уларҙа яңылыҡтар сағылыш табасаҡ.  Сайттағы  мәғлүмәттәрҙе ярты йыл һайын яңыртып тороу ҡаралған. Дини карта ошо өлкәләге мәсьәләләргә асыҡлыҡ индерергә, көнүҙәк һорауҙарға яуап табырға булышлыҡ итер тип көтөлә.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку