Башҡортостандың ауыл клубтарында эште ойоштороу тәжрибәһе Рәсәй субъекттарына таратыласаҡ 23.06.2016

Был турала  илдең мәҙәниәт министры Владимир Мединский бөгөн Өфөлә үткән координация советы ултырышында белдерҙе. Сарала билдәләнеүенсә, халыҡтың мәҙәни ялын ойоштроу  ауыл еренән башланырға тейеш.  Был тәңгәлдә Башҡортостан өлгө булып тора, тине Владимир Мединский.

Ултырышта  йәштәргә патриотик тәрбиә биреүгә тос өлөш индереүселәр ҙә билдәләнде. Башҡортостандың мәҙәниәт министрына, Милли музей директоры, Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте башлығына "Мин патриот" миҙалы менән бүләкләнде. Ә бына  ,,Хәрби Дан", Башҡорт кавалерия дивизияһы музейҙары,  Республика халыҡ ижалы үҙәге Еңеүҙең 70 йыллығын юғары кимәлдә  үткәргән өсөн Рәсәй Президенты хакимиәте етәксеһе Сергей Ивановтан Рәхмәт хаты алды. Ултырышта "Кино төнө" акцияһын популярлаштырыу, кинематографияны үҫтереү хаҡында ла һүҙ барҙы.  Милли киноны  таратыу буйынса ла фекер алышыу булды. Мәҫәлән, Татарстан,  кино төшөрүгә субсидия биреү системаһын индергән, дәүләт заказы буйынса ике телдәге фильмдар төшөрөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика