Башҡортостанда йәйге лагерҙарҙа етди ҡағиҙә боҙоу осраҡтары теркәлмәгән 05.07.2016

Был турала  Мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова Республика Хөкүмәте оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.

Төбәктә 1 мең 995 лагерь асылған, унда 196 меңдән ашыу бала ял иткән. Икенсе сменала 476 ойошма эшләйәсәк, улар 33 меңдән ашыу баланы ҡабул итергә әҙерләнә. Башҡортостан уҡыусылары Ҡырымда ла сәләмәтлектәрен нығытасаҡ. 850 бала Ҡара диңгеҙ курорттарына барырға йыйына. Республикала лагерҙар эшмәкәрлеген күҙәтеү буйынса 25 инспектор төркөмө эшләй. Дөйөм алғанда, Башҡортостанда йәйге лагерҙарҙа етди ҡағиҙә боҙоу осраҡтары булмаған, әммә айырым ваҡиғалар теркәлгән. Мәҫәлән, балалар лагерҙан ҡасып киткән, уҡыусылар менән тәжрибәһе булмаған кешеләр шөғөлләнә, балаларҙы автобустарҙа йөрөтөү буйынса етешһеҙлектәр теркәлгән, тине Мәғариф министры.   Хәйбулла районында быйыл   дүрт меңгә яҡын бала һәм үҫмер ял итеү мөмкинлеге аласаҡ. Йәйге ялды ойоштороуҙың төрлө формаһы бар: ҡала ситендәге лагерҙар, балалар шифаханалары, профилле лагерҙар, ял йорттары, мәктәп лагерҙары.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика