Башҡортостанда «Ворлдскиллс» хәрәкәте әүҙем үҫешә 18.10.2016

Быға киләһе йыл февралдә үтәсәк «Йәш профессионалдар» төбәк чемпионаты ла ҙур өлөш индерә. Мәртәбәле бәйгегә әҙерлек сиктәрендә бөгөн Өфөлә «Маляр һәм декоратив эштәр»гә йүнәлтелгән семинар уҙҙы. Сараға Мәскәү һәм Тольятти ҡалаларынан абруйлы белгестәр саҡырылды.  

«Ворлдскиллс» - Халыҡ-ара хәрәкәт. Уны үткәреүҙең төп маҡсаты - эшсе һөнәрҙәрҙе популяштырыу, уларҙың дәрәжәһен күтәреү. Шул уҡ ваҡытта донъяла һөнәри үҫеш, квалифи­кация стандарттарын билдәләү. Әлеге ваҡытта Ворлдскиллс хәрәкәтенә ете тиҫтәнән ашыу ил, шул иҫәптән Рәсәй ҙә ҡушылған. Йәштәрҙең эшсе һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныныуын арттырыу маҡсатында был көндәрҙә Өфөлә семинар үтә. Осрашыуға хәрәкәттең Рәсәйҙәге милли эксперты Сергей Рыбкин менән уның урынбаҫары Ксения Ралько килгән. Ике көн дауамында улар республика йәштәрен чемпионатҡа әҙерләнеү үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.  
Семинарҙың практик өлөшө Башҡорт архитектура, төҙөлөш һәм коммуналь хужалыҡ колледжында үтте. Республиканың төрлө төбәктәренән килгән йәштәр унда төҫтәр һайлау, буяу технологиялары, әле генә эшләнгән штукатуркаға буяу менән һүрәт төшөрөү кеүек конкурстарҙа үҙ оҫталығын һынаны.  Семинарҙа тупланған тәжрибә киләһе йылда уҙасаҡ «Йәш профессионалдар» төбәк чемпионатында уңышлы сығыш яһарға мөмкинлек бирәсәк, ти ҡатнашыусылар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика