Башҡортостанда Рәсәй машина эшләүселәр союзының ассоциацияланған 25 мәктәбе барлыҡҡа килде

Башҡортостанда Рәсәй машина эшләүселәр союзының ассоциацияланған 25 мәктәбе барлыҡҡа килде 18.05.2017

Мәғариф учреждениеларына таныҡлыҡтарҙы бөгөн Хөкүмәт йортонда  Премьер-министр урынбаҫары Фәрхәд Самедов тапшырҙы.  Яңы статус ҡайһы  белем усаҡтарына бирелә һәм ниндәй мөмкинлектәр аса?

Өлкән синыф уҡыусылары  мәктәптә ниндәй үҙгәрештәр булырға тейешлеген теркәй башлаған да инде. Белем биреү системаһына яңылыҡтар индергәндә уларҙың фекере лә иҫәпкә алынасаҡ. Рәсәй машина эшләүселәр союзының ассоциацияланған мәктәбе исемен йөрөтөү өҫтәмә талаптар ҡуя. Уҡытыусылар әйтеүенсә, был  оҙайлы йылдар дауамындағы тырышлыҡ һөҙөмтәһе, эш алдан уҡ башланған, хәҙер уны дауам итергә кәрәк.
Гимназияла техник фәндәрҙе төптән уҡытыу өсөн мөмкинлектәр етерлек, белем усағы электрон технологиялар, заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, уҡыу йорттары, предприятиелар менән хеҙмәттәшлек  яйға һалынған. Былар барыһыла уҡысыларға һөнәр һайлауҙы еңелләштереү маҡсатында эшләнелә.
Башҡортостанда теүәл фәндәрҙе уҡытыу буйынса махсуслашҡан белем усаҡтары күп. Был аңлашыла, техник һөнәрҙәргә ихтыяж ҙур. Киләсәктә был мәғариф учреждениеларына берлектә эшләү, фекер алышыу, тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеге лә тыуа. Улар Рәсәй машина эшләүселәр союзының ассоциацияланған мәктәбе исеме аҫтында берләшәсәк.
Бөгөн таныҡлыҡ Башҡортостандың 25 мәктәбенә тапшырылды. Улар тәүге ҡарлуғастар. Эш исемдә генә түгел, есемдә, иң мөһиме был статусҡа яуаплы ҡарау, аныҡ проекттар кәрәк тип билдәләнде тантанала.  
Яңы статусҡа эйә булыусыларҙың төп өлөшө Өфө мәктәптәре, был  ҡала ерендә махсуслашҡан белем усаҡтарының күберәк булыуы менән бәйле. Әлбиттә, матди-техник база ла, техник вуздар менән хеҙмәттәшлек тә иҫәпкә алына.  
Исемлеккә республиканың башҡа ҡалаларынан 5  мәғариф учреждениеһы ла ингән.  Кумертауҙар әйтеүенсә, яңы статус  уҡыусыларға техник уҡыу йорттарына ингәндә  өҫтөнлөк бирергә тейеш. Белем усағы  физика-математика кеүек теүәл фәндәрҙе тәрән өйрәтеү менән күптән шөғөлләнә, сығарылыш уҡыусыларының 80 проценттан ашыуы техник  уҡыу йорттарын һайлай.
Рәсәй машина эшләүселәр союзының асссоциацияланған мәктәбе тигән  исемгә эйә булыу бик яуаплы. Тик ул ябай статус ҡына түгел, уның артында илдең сәнәғәт тармағын яңы көстәр менән тулыландырыу, йәштәргә дөрөҫ йүнәлеш  биреү кеүек оло маҡсаттар ята.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика