Башҡортостанда күп функциялы биш белем биреү үҙәге асыласаҡ

Башҡортостанда  күп функциялы биш белем биреү үҙәге асыласаҡ 29.10.2014

Нефтекама ҡалаһында ошондай үҙәктәрҙең береһе йыл башынан эшләй. Ул эшсе һөнәрҙәргә әҙерләү һәм эшкә урынлашыу мәсьәләләрен хәл итә. Шуға ла республикала күп функциялы үҙәктәрҙе арттырыу зарур. Мәсьәлә Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында уҙған түңәрәк өҫтәлдә ҡаралды.

Ксения Павлова Нефтекама ҡалаһының машиналар эшләү колледжында уҡый. Эшсе һөнәрҙәренә ихтыяж ҙур, шуға ла ошо белем усағын һайланым, ти ул. Бынан тыш, мәғариф учреждениеһында Ксения Павлова өҫтәмә белем алыу бәхетенә эйә. Шуға ла киләсәктә күңеленә оҡшаған эш табасағына шикләнмәй.
Ксения Павлова, студент: «Минең атайым менән әсәйем дә эшсе һөнәренә уҡып сыҡҡан. Киләсәктә ошо өлкәлә яҡшы белгес булырға теләйем». Нефтекама машиналар эшләү колледжындағы күп функциялы белем биреү үҙәген быйыл 720 кеше тамамлай. Үҙәктә белем сифатын үҫтереү өсөн 12 махсус лаборатория булдырылған. Унда Башҡортостандан ғына түгел, күрше төбәктәрҙән дә уҡыусылар белем ала.
Радус Әхмәтшин, Нефтекама машиналар эшләү колледжы директоры: «Үҙәктә уҡыусылар араһында ололар ҙа, йәштәр ҙә бар. Нефтекама ҡалаһы менән күрше райондарҙың мәшғүллек үҙәктәре менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Уларҙың юлламалары буйынса килешеү төҙөп уҡыуға алабыҙ. Хеҙмәт өлкәһендәге һөнәрҙәргә уҡырға теләүселәр бик күп».
Күп функциялы үҙәктәр заманса уҡытыу программалары буйынса эшләй. Үҙәктә студенттар ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һөнәри белем алырға һәм үҙҙәре һайлаған профиль йүнәлеше буйынса өҫтәмә әҙерлек үтә аласаҡ. Уҡыу тамамланғас, уларға квалификация бирелеүе тураһында таныҡлыҡ тапшырыла. Ә Башҡортостанда ҙур предприятиелар байтаҡ. Улар заманса технологиялар ҡуллана белгән кадрҙарға мохтаж. Шуға ла мәғариф учреждениеларының предприятиелар менән тығыҙ бәйләнештә эшләүе, ойошмалар хеҙмәткәрҙәре менән үҙәк уҡыусыларының тәжрибә туплауы ошо мәсьәләне сисергә ярҙам итә. Мәҫәлән, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә йыл һайын бер меңдән ашыу йәш белгес мөрәжәғәт итә.
Дмитрий Занин, Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең кадрҙар бүлеге етәксеһе: «Күп функциялы белем биреү үҙәктәрендә уҡыусылар педагогтар менән тығыҙ эшләй. Шуға ла белем сифаты ла яҡшы. Беҙгә һәр ваҡыт заманса технологиялар менән ҡуллана белгән кадрҙар кәрәк».
Оҙаҡламай Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжында ла күп функциялы белем биреү үҙәге эшләй башлаясаҡ. Мәғариф учреждениеһы республиканың ҙур предприятиелары менән хеҙмәттәшлек булдырған. Киләсәктә күп функциялы белем биреү үҙәктәрен арттырыу ҡарала. Улар урта профессиональ белем биреү учреждениелар нигеҙендә асыласаҡ. Был күп кенә предприятиеларҙы эшсе һөнәрҙәренә эйә булған хеҙмәткәрҙәр тәьмин итергә ярҙам итәсәк.
Урта профессиональ белем биреү учреждениелары менән төрлө ойошмаларҙың хеҙмәттәшлек итеүе кадрҙар мәсьәләһен хәл итә. Күп функциялы белем биреү үҙәктәрендә уҡытыу заманса программалар буйынса алып барыла. Ә был заман талаптарына яуап биреүсе белгестәрҙе әҙерләргә ярҙам итә.
 Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку