Башҡортостанда 22 мең ярым уҡыусы  Берҙәм дәүләт имтиханына теркәү үткән 11.02.2015

Былтыр һынау тотоусылар  23 мең ярым кеше булған. Республиканың Мәғариф министрлығында билдәләүҙәренсә, был яҡынса күрһәткес. Ни өсөн тигәндә, һандар үҙгәреүе лә ихтимал.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, йылдағыса рус теле менән математика мотлаҡ имтихандар иҫәбендә. Математика быйыл профиль һәм база кимәленә бүленгән. Тәүгеһен 18 700 уҡыусыһы һайлаһа, база йүнәлешендә һынау тоторға 15 200 уҡыусы теләк белдергән. Иң популяр фән йәмғиәтте өйрәнеү. Уны 13 536 бала һайлаған. Икенсе урында физика - 8 195 кеше, артабан биология - 5 959 уҡыусы. Тарихҡа - 5 288, химияға - 4 893 уҡыусы өҫтөнлөк биргән. 14 февралдә рус теле менән география буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы уҙғарыла. Имтихан тапшырырға  26 бала теркәлгән. Ул Өфөнөң 71-се урта мәктәбендә үтә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика