Башҡортостанда 2014-се йылғы Берҙәм дәүләт имтиханы юғары кимәлдә ойошторолған 29.10.2014

Был турала бөгөн Мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе Сергей Кравцов  Рөстәм Хәмитов менән осрашыуҙа белдерҙе.

Республика етәксеһе әйтеүенсә, Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерлек  йыл башында уҡ  башланған.  Педагогтар, уҡыусылар, ата-әсәләр менән   һөйләшеү ойошторолған.  Имтихан һөҙөмтәләре буйынса тырышлыҡ үҙ һөҙөмтәһен бирҙе, тип әйтергә мөмкин. Компания барышында етешһеҙлектәргә юл ҡуйылмаған, бөтә предметтар буйынса ла  һынау асыҡ һәм ғәҙел шарттарҙа үткән.
Осрашыуҙа билдәләнеүенсә,  ғәҙел баһа уҡыусыларҙың имтихандарға ышанысын арттыра. Был йүнәлештәге эшмәкәрлек киләсәктә лә дауам итәсәк. Һөйләшеүҙә шулай уҡ  юғары уҡыу йорттарында белем биреү сифатын яҡшыртыу хаҡында ла һүҙ барҙы.
Сергей Кравцов, мәғариф һәм фән өлкәһен күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе: «2014-се йылда Башҡортостанда Берҙәм дәүләт имтиханы юғары кимәлдә үтте. Имтихандарҙың  яҡшы ойошторолоуында һәм етешһеҙлектәр теркәлмәүендә республика етәксеһенең дә, Мәғариф министрлығының да өлөшө ҙур.  Был  уҡыусыларҙың белем кимәлен ғәҙел баһаларға һәм   юғары балл йыйыусыларға  теләгән  уҡыу йорттарына инергә булышлыҡ итә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика