Башҡортостан студенттары фән тауына үрләүен дауам итә 20.01.2015

Былтыр Рәсәй юғары уҡыу йорттарында ветеринарға уҡыусы бер төркөм егеттәр һәм ҡыҙҙар халыҡ-ара тәжрибә уртаҡлашыу программаһы сиктәрендә Германияла практика үтте. Улар араһында Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты ла бар ине.

Олег Фефелов 5-се курста белем ала. Сит илдә практика үтеү мөмкинлеге тураһында белеп ҡалғас та егет документ йыя башлай, немец телен өйрәнә. Һөҙөмтәлә, Олег һөнәре буйынса имтихандарҙы уңышлы тапшырып, программаға эләгә. Егет сит илдә лә үҙен яҡшы күрһәтә, практика һөҙөмтәләре буйынса студенттар араһында ул беренсе урын яулай. Олег Фефелов, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенты: «Практика дүрт ай дауам итте. Мин фермерҙар ғаиләһендә йәшәнем, уларға ярҙам иттем. Бай тәжрибә тупланым тип әйтә алам. Практика һөҙөмтәләре буйынса 1-се урынға сығыуым өсөн миңә грант бирҙеләр. Ул ике ай дауамында Германияла ветеринария һөнәре буйынса практика үтеү хоҡуғы бирә».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика