«Башҡортостан Республикаһының йөҙ йыллығына -100 объект»

«Башҡортостан Республикаһының йөҙ йыллығына -100 объект» 22.01.2018

Был исемлектә мәғариф учреждениелары ла бар. Уларҙың береһе Өфөнөң Совет районында урынлашҡан. Бында 44-cе мәктәп бинаһы тулыһынса реконструкциялана һәм ике төкәтмә -яңы корпус төҙөлә.

Өфөнөң 44-cе мәктәбе урынлашҡан ихата ҙур төҙөлөш майҙанын хәтерләтә. Уҡыусылар 15 ғинуарҙан яҡын-тирәләге мәктәптәргә таратылған. Мәктәп биналарын реконструкциялауға һәм ике яңы корпус төҙөүгә алтмышлап эшсе йәлеп ителгән. Төҙөлөш ике сменала бара. Объекттың хаҡы 518 миллион һумға төшәсәк.
Ратмир Януров, төҙөлөш-монтаж мастеры: «Әлеге ваҡытта нигеҙ ҡоролоп бөттө. Тиҙҙән бүлемдәр монолиттан эшләнәсәк, корпус силикат кирбесенән һалынасаҡ. Эштәр графикка ярашлы башҡарыла».
1937 йылда төҙөлгән беренсе корпустың түбәләре яңыртылып, ағас стена, иҙәндәр урынына яңылары ҡуйыласаҡ. 1995 йылда төҙөлгән бина танымаҫлыҡ булып үҙгәрер тип күҙаллана. Унда иркен кабинеттар, бер үк ваҡытта 450 баланы хеҙмәтләндерә алыусы ашхана, өҫтәл теннисы һәм тренажер залдары урынлашасаҡ. Өҫтәмә рәүештә төҙөлөүсе ике төкәтмә бина мәктәпте заманса кабинеттар менән йыһазландырыу мөмкинлеге бирәсәк.
Өфөнөң 44-се урта мәктәбе төҙөлөшө шулай уҡ Совет районының 80 йыллығы  уңайынан да ҙур бүләк буласаҡ. Бер сменала эшләйәсәк беле усағы 1300 уҡыусыға иҫәпләнгән.
Ҡышҡы сатлама һыуыҡтар мәлендә лә төҙөлөш йылдам бара. Әлеге ваҡытта 3-cө корпустыңң нигеҙе тулыһынса һалынып бөткән. Бында электрон тир, саңғы базаһы, башланғыс һәм урта синыфтар өсөн кабинеттар йыһазландырыласаҡ. Ә 1937 йылғы бинала ағас терәүҙәр тулыһынса бетон монолитҡа алыштырыла. Республиканың 100 йыллығына инселәнгән төҙөлөштө 2018 йылдың декабренә тамамлау күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика