«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто иғлан иткән «Үҙ гәзитеңә яҙыл» республика марафоны декабрь аҙағына тиклем дауам итә

«Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто иғлан иткән «Үҙ гәзитеңә яҙыл» республика марафоны декабрь аҙағына тиклем дауам итә 26.12.2015

Уның сиктәрендә Иглин районы үҙәгендә «Бәхетле авто» конкурсына йомғаҡ яһалды. Акцияла «Иглин хәбәрҙәре» гәзите һәм уның «Дәүер» ҡушымтаһын уҡыусылар ҡатнашты.

Төп шарттарҙың береһе - район баҫмаһына 6 айҙан күберәк ваҡытҡа яҙылырға һәм   редакциянан махсус наклейка алып, автомобилдең артҡы тәҙрәһенә йәбештерергә  кәрәк ине. Еңеүселәр лотерея ярҙамында асыҡланды, уларға ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Бәхетлеләр араһында Рәүеф Кәлимуллин да бар. «Ғаиләбеҙ менән башҡорт телендә сыҡҡан баҫманы яратып уҡыйбыҙ»,-ти уҙаман.
Быйыл «Иглин хәбәрҙәре» гәзите 2016 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылыу планын үтәгән. Быға, тәү сиратта, баҫманың уҡымлы, ҡыҙыҡлы булыуы һәм мауыҡтырғыс акцияларҙың йыш ойошторолоп тороуы сәбәпсе.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика