Башҡортостан мосолмандары диниә назараты  киләһе йыл 100 йыллығын билдәләй 29.09.2016

Бөгөн юбилей сараларын ҡайҙа, нисек үткәреү мәсьәләләре буйынса ултырыш үтте, байрамды ойоштороу  комитеты билдәләнде. Дини ойошма Башҡортостан мосолман мәхәлләләренең бер өлөшөн берләштерә, уларҙың эшмәкәрлегенә етәкселек итә. Ырымбур ҡалаһында 1917 йылда уҙғарылған 3-сө  башҡорттар ҡоролтайында Башҡортостанда дини йүнәлештәге мәктәптәр, мәҙрәсә, мәхәлләләр асыу тураһында ҡарар ҡабул ителә.

Мосолмандарҙың тәүге диниә назараты Ырымбурҙа урынлаша. Ведомствоны Сәғит Мерәҫев етәкләй. Ойошма эшмәкәрлеге быуат эсендә төрлө эҙәрлекләүҙәргә лә дусар була, репрессия йылдарында хеҙмәткәрҙәре атып үлтерелә. 1992 йылда республика мосолмандары съезында диниә назараты ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул ителә һәм уның баш мөфтөйө итеп Нурмөхәмәт Ниғмәтуллин тәғәйенләнә. Составында «Ғәлиә», Мәрйәм Солтанова исемендәге һәм «Нур-әл-Иман»  мәҙрәсәләре, 700 мәсет эшләп килә, «Рисаләт» гәзите нәшер ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика