«Башҡортостан» гәзите рәсми рәүештә үҙенең 100 йыллығына арналған юбилей марафонын башланы

«Башҡортостан» гәзите рәсми рәүештә үҙенең 100 йыллығына арналған юбилей марафонын башланы 24.05.2017

Тәүге осрашыуҙы ул республиканың көньяғында йәшәүсе уҡыусылары менән үткәрҙе.  Сибай ҡалаһының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге драма театрында үткән кисә баҫманың Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла районы уҡыусыларын бергә тупланы.

Баҫмаға 28 йыл ғүмерен биргән көньяҡ көнсығыш төбәк хәбәрсеһе Шәйхислам Айсыуаҡовтың исеме Башҡортостан гәзите уҡыусыларына яҡшы таныш.  Баймаҡтан сәсеү, Әбйәлилдә һабантуй, Хәйбулла ла ҡурай байрамы, Сибайҙағы хәлдәрҙе ин беренсе еткереп тороусы ла, яҙып сығарыу ҙа  ошо олпат журналист иңенә төштө. Бүрене аяғы ашатҡандыр күрәһен, бөгөн таяҡҡа таяныуын Шәйхислам ағай ошо күп йөрөр журналист һөнәренә бәйләй.  Тәжрибәле хәбәрсе   мәктәбе үтеп, ул ваҡыттағы Совет Башҡортостаны гәзитенең тәүге мөхәррире Абдулла Исмәғилев, Мансур Әүпов, Тәлғәт Сәғитов кеүек баҫма метрҙары менән бергә эшләү бәхете тейә.
Республиканың төп сәйәси ижтимағи баҫмаһы  Башҡортостан  көньяҡ райондар менән тыгыҙ бәйләнештә йәшәй. Был яктарҙа ул һәр бер башҡорт ғаиләһендә, айырыуса зыялы ғаиләләрендә алдырып уҡыла. Башта уны ғаиләнең абруйлы кешеһе атай олатай, һуңынан әсәй ололәсәйҙәр уҡый. Мәғариф, мәҙәниәт, ауыл хужалығы һәм башҡа тармаҡтарҙа   эшләгән белгестәр ҙә өҫтәл китабы итеп ала.
1917 се йылдың июнендә Ырымбурҙа төрки телендә ,, Башҡорт иттифаки бюроһының мөхбире,, тип баҫыла башлаған баҫма  100 йыл эсендә исмедәрен төрлөгә үҙгәртте. Уның атамаһын һәр ваҡыт заман билдәләне.  Әммә гәзиттең эстәлеге барыбер ҙә халыҡ тормошо менән яҡын булды. Бөгөн дә унда эшләгән ижади исемдәр баш мөхәррир Азамат Юлдашбаев, Салауат Әбүзәр, лариса Абдуллина менән осрашыуға уҡыусылар битараф ҡала алманы.
Башҡортостан гәзитенең  100 йыллығына арналған ижади марафон артабан да  дауам итәсәк. Республиканың башҡа райондарында ла баҫма журналистары менән осрашыуҙар көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика