Башҡортостан фәненең киләсәге - ышаныслы ҡулдарҙа

Башҡортостан фәненең киләсәге - ышаныслы ҡулдарҙа 07.10.2016

Бөгөн Хөкүмәт йортонда республиканың фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт йәштәр премияһы лауреаттары тәбрикләнде. Конкурсҡа быйыл техник, гуманитар һәм тәбиғи фәндәр буйынса барлығы 40 ғилми эш ебәрелә.

Һәр йүнәлештә еңеүселәр билдәләнә. Улар иҫәбендә Өфө дәүләт авиация техник университетынан биш кешенән торған ғилми төркөмө лә бар. Йәш белгестәр «Автономиялы объекттар өсөн энергияны һөҙөмтәле электромеханик үҙгәрткес» уйлап таба. Улар 150 мең һумлыҡ аҡсалата премияға лайыҡ була.
14 йыл эсендә төбәктең абруйлы премияһы менән 21 йәш ғалим бүләкләнә. Бынан тыш, тиҫтәнән ашыу ғилми коллектив  конкурста еңеп сыҡҡан. Эксперттар комиссияһы вәкилдәре быйылғы эштәрҙе юғары баһаланы. Башҡорт дәүләт университеты белгестәре түллек биҙе һәм ашҡаҙан яман шеше үҫеше хәүефен алдан билдәләү өсөн тест-система уйлап сығарһа, социология фәндәре кандидаты Айбулат Кәримов хеҙмәт йәшендәге халыҡтың ярлы йәшәү проблемаһынан сығыу юлдарын 9 йыл дауамында асыҡларға тырышҡан.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика