Башҡортостан делегаттары «Мәғәнәләр биләмәһе» Бөтә Рәсәй мәғариф форумында еңеү яуланы 08.07.2017

Өфө дәүләт авиация техник университеты студенты Элина Абдуллина республикала «Социаль проектлау форумы» уҙғарыуға йөҙ мең һумлыҡ грант отһа, Башҡорт дәүләт университетында белем алыусы Адель Хөсәйенова «Кинофест» төбәк-ара студенттарҙың ҡыҫҡа метражлы кинофестивален ойоштороуға ике йөҙ мең һумлыҡ матди ярҙам аласаҡ.

2014 йылда старт алған күләмле сара вуз стеналарында йәштәрҙең ижади һәләттәрен асыуға, уларҙы кино эшмәкәрлеге менән таныштырыуға йүнәлтелгән. Бәйгене ойоштороусылар, студенттарҙың профсоюз ойошмаһы ағзалары өҫтәмә финанстар ярҙамында 2018 йылдың сентябрендә үтәсәк киләһе  фестивалдең географияһын киңәйтергә, ҡатнашыусылар һанын тағы ла арттырырға ниәтләй.
Адель Хөсәйенова, «Мәғәнәләр биләмәһе» бөтә Рәсәй мәғариф форумында грант отоусы: «Грант аҡсаһы башлыса сувенир продукцияһын һатып алыуға, кино залын арендалауға, Мәскәүҙән абруйлы артистар, режиссерҙарҙы жюри ағзаһы итеп саҡырыуға тотоноласаҡ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика