Башҡортостан «Библиотөн» Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды 22.04.2016

Унда республика китапханалары төрлө ҡыҙыҡлы программалары менән халыҡты йәлеп итте. Сараға беҙҙең телеканал хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша. Улар үҙҙәренең яраҡан әҫәрҙәрен уҡып ишеттерәсәк.

Баш ҡалабыҙ Өфөлә китапханалар төнө бишенсе тапҡыр үткәрелә. Быйылғыһы кино йылына арнала. Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала сара киске алтыла башланды.
Китапханалар төнөн ойоштороусылар уҡымлы китап, фотоһүрәттәр, ноталар баҫмаларынан күргәҙмәләр әҙерләгән. «Заман һулышы: һирәк китаптар һәм коллекциялар» ҙа боронғо баҫмалар менән танышырға мөмкин.Сарала ҡатнашыусылар шулай уҡ кинофильмдар төшөрөлгән Мостай Кәрим, Степан Злобин, Ибраһим Абдуллин, Яныбай Хамматовтарҙың китаптары менән таныша ала.
Сараға килеүселәр Рәсәй киноһы йылы сиктәрендә кинооператор, Ш.Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаты Рияз Исхаков менән осрашыуҙа ҡатнашты. Рухи мөхиткә ынтылыусы халыҡ китапханалар төнөнә бала-сағалары,ейәнсәрҙәре менән килгән.
Ҙур уҡыу залында башҡорт режиссерҙарының фильмдары күрһәтеләсәк. Йәш кино һөйөүселәр өсөн Мак Гаффин исемендәге киномәктәбенең презентацияһы үткәреләсәк. Йылдың иң сағыу сараһында ҡатнашыусылар совет фильмдары һәм киногеройҙарын белеү кимәлен иһә киновикторинала ҡатнашып белә аласаҡ.
«Болоттар» заман сәнғәте үҙәгендә китапханалар төнө әҙәби -музыкаль сара формаһында ойошторолған.
Өфөләге бишенсе китапханалар төнө беҙҙең телеканалдың ун биш йыллығын байрам итеү саралары алдынан үтеүе оло мәғәнәгә эйә.Беҙҙең телеканал был сараның мәғлүмәти партнеры булараҡ сығыш яһай. Унда беҙҙең журналистар ҙа ҡатнаша һәм  әҙәби әҫәрҙәрҙән өҙөктәр уҡый.
Азамат Әлмөхәмәтов, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы директоры, «Китапханалар төнө» акцияһында ҡатнашыусы: «Мин был сарала Васильевтың «Ә таңдар бында тыныс» әҫәренән өҙөк уҡыясаҡмын. Минең өсөн был әҫәр бик әһәмиәтле. Тиҙҙән беҙ 9 май Еңеү көнөн билдәләйәсәкбеҙ. Был бик көслө әҫәр. Унда һәр һүҙ һуғыш ваҡытында халыҡтың нисек итеп Бөйөк еңеүҙе яҡынайтыуын бәйән итә».
Бөгөнгө китапханалар төнө акцияһы илебеҙҙең ике меңдән ашыу майҙансығында йәйелдерелгән. Уларҙың иң ҡыҙыҡлыһы һәм йөкмәткелеһе Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапханала ойошторлған.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика