Башҡортостан башлығы стипендиаттары исемлеге асыҡланды 17.09.2015

Унда дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү ойошмаларынан һәләтле йөҙ  уҡыусы һайлап алынған. Бәхетлеләр араһында Өфөнөң 15-се балалар музыка мәктәбенең ҡурай класы уҡыусыһы Булат Ғайсин менән Баймаҡ ҡалаһының 2-се урта мәктәбенән Рөстәм Астафьев та бар. Ныҡышмал егеттәр бындай дәртләндереү сараһына яҡшы өлгәшкәне һәм ижади эшмәкәрлеге өсөн лайыҡ булған.

Рөстәм Астафьевҡа мәктәптә теүәл фәндәр еңел бирелә. Дәрестә ул таҡта янынан китмәй, формула, төрлө һыҙымдар ярҙамында ҡатмарлы мәсьәләләрҙе сисеү юлдарын барлай. Былтыр егет ҡала кимәлендәге 9, республика буйынса 5 олимпиадала уңышлы сығыш яһаған. Уҡыуҙағы уңыштары өсөн уға Ҡырымға барып ҡайтыу мөмкинлеге лә эләгә. Шулай уҡ Рөстәм башҡорт телен яратып үҙләштерә, төрлө конкурстарҙа, шиғыр һөйләү бәйгеләрендә әүҙемлек күрһәтә.
Өфөнөң 15-се балалар музыка мәктәбендә белем алыусы Булат Ғайсин да уҡыуҙа һынатмай. Шулай ҙа ул сәнғәт юлын һайларға иҫәп тота. Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ үҫмер башҡорт халҡының милли ҡоралы серҙәренә педагог Самат Кинйәбаев класында төшөнә.
Йәш музыканттарҙың баш ҡала, ил һәм халыҡ-ара конкурстарында төрлө дәрәжә еңеүҙәр ҙә яулай ул. Бигерәк тә үҫмерҙең  республика башлығы стипендияһын алыуға өлгәшеүен уҡытыусылары ҡыуанып ҡабул иткән. Белем усағы өсөн был оло ғорурлыҡ, әлбиттә.
Булат Ғайсин киләсәктә донъяны ҡурай моңона сорнарға йыйынһа, Рөстәм Астафьев ғалим-астроном булырға хыяллана. Маҡсат барҙа, теләктәр ҙә тиҙерәк бойомға аша. Быны егеттәр яҡшы аңлай.
Гөлназ Хәйбуллина

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика