Башҡортостан башлығы стипендиаттары исемлеге асыҡланды

Башҡортостан башлығы стипендиаттары исемлеге асыҡланды 17.09.2015

Унда дөйөм һәм өҫтәмә белем биреү ойошмаларынан йөҙ һәләтле уҡыусы һайлап алынған. Бәхетлеләр араһында Өфөнөң 15-се балалар музыка мәктәбенең  ҡурай класы уҡыусыһы Булат Ғайсин да бар.

Бәләкәйҙән йыр-моңға ғашиҡ үҫмер башҡорт халҡының милли ҡоралы серҙәренә педагог Самат Кинйәбаев класында төшөнә. Йәш йондоҙҙоң  репертуарында мәшһүр композиторҙар Заһир Исмәғилев менән Хөсәйен Өхмәтов әҫәрҙәре , шулай уҡ халыҡ көйҙәре лә бар. Һуңғы өс йылда  Булат Ғайсин йәш музыканттарҙың баш ҡала, ил һәм халыҡ-ара конкурстарында күркәм еңеүҙәр яулай,  беренсе һәм икенсе дәрәжә Дипломант исемдәренә лайыҡ була. Бөгөн килеп республика башлығы стипендияһы менән бүләкләнгән һәләтле музыкант  алдына яңы бурыстар ҡуя.  
Ә Баймаҡ ҡалаһынан Башҡортостан Башлығы стипендиаты  Рөстәм Астафьев астроном булырға хыяллана. Физика, математика һәм информатика яратҡан фәндәрем тиһә лә, егеткә башҡа предметтар ҙа еңел бирлә. Былтыр ул  ҡала кимәлендәге  9, республика буйынса 5 олимпиадала уңышлы сығыш яһаған. Башҡорт телен дә ҡыҙыҡһынып өйрәнә, төрлө конкурстарҙа, шиғыр һөйләү бәйгеләрендә әүҙемлек күрһәтә. Егет «Урал батыр» эпосын ятларға ла  батырсылыҡ иткән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика