Башҡортостан аттестаттары Красноярскиҙа табылған

Башҡортостан аттестаттары Красноярскиҙа табылған 30.07.2014

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, документ ҡушымтаһында  Башҡортостанға билдәләнгән 002 төбәк һаны урынына 116 һандары киткән. Өлгөргәнлек аттестаты серияһындағы хаталы бланктар Ҡыйғы, Әбйәлил һәм Учалы районы мәктәптәрендә теркәлде.

Шуға ла юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарына документтарын тапшырырға барыусы абитуриенттарҙың күптәре кире әйләнеп ҡайта. Улар араһында мәктәпте миҙалға һәм тик бишле билдәләренә генә тамамлаусылар ҙа бар. Тап Башҡортостанға билдәләнгән 002 кодлы аттестаттар Красноярскиҙа табылған. Ә был төбәк сығарылыш синыф уҡыусылары документтары Амур һәм Новосибирск өлкәләренә ебәрелгән. Аттестаттарҙа киткән тупаҫ хатаны республиканың Ҡыйғы районы мәктәптәре, мәҫәлән, тиҙ арала хәл итә. Тәүгеләре өсөн бирелгән сумманы ҡабаттан түләүгә ҡарамаҫтан, Мәскәүгә ҡайтанан заказ ебәрә. Ваҡытында алып, һәр сығарылыш синыф уҡыусыларына был юлы аттестаттар тантаналы түгел, ә ябай шарттарҙа тапшырылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр ҡабул ителгән «Мәғариф тураһындағы» яңы законға ярашлы, өлгөргәнлек аттестатына заказ биреү тулыһынса мәктәп иңенә төшә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку