«Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам»

«Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам» 11.04.2015

Бөгөн Башҡорт дәүләт университетында үткән башҡорт теле буйынса региональ диктанттың девизы шулай аталды. Тәүге тапҡыр ойошторолған акцияға халыҡ күп йыйылды.

Башҡорт теле буйынса уҙғарылған региональ диктантта төрлө быуын вәкилдәре ҡатнашты. Улар  мәктәп уҡыусылары, студенттар, төрлө тармаҡ белгестәре, хатта ғалимдар. Барыһын да бер маҡсат берләштерә: туған телгә һөйөү һәм үҙеңдең уны ни кимәлдә белеү-белмәүеңде тикшереү.
Башҡорт теленән диктантты Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев уҡыны. Текст Яныбай Хамматовтың «Башҡорттар китте һуғышҡа» романынан алынғайны. Акцияға Башҡорт дәүләт университетының Сибай, Стәрлетамаҡ, Бөрө, Нефтекама ҡалаһы филиалдары ла ҡушылды.
Әйткәндәй, диктант башланыр алдынан техник сәбәптәр арҡаһында район-ҡалалар менән бәйләнеш бер аҙға өҙөлдө. Быға онлайн бәйләнешкә бер юлы биш меңләп кешенең инеүе сәбәпсе булған. Әммә улар ҙа оҙаҡламай онлайн диктант яҙыуға ҡушыла алды. Был  республикабыҙҙың төрлө тарафтарында йәшәгән милләттәштәребеҙҙең региональ яҙма эшкә ҡыҙыҡһыныуы юғары булыуы хаҡында һөйләй.
Акциянан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды. Тәүҙә текст менән танышҡанда ҡатмарлы тойолһа ла, яҙғанда әллә ни ауырлығы һиҙелмәне, ти мәктәп уҡыусылары ла.
Хәбәрсе. Ә инде диктант  яҡын көндәрҙә тикшерелеп бөтәсәк. Ҡатнашыусылар һөҙөмтә менән рәсми сайт аша таныша ала. Адресты һеҙ экранда күрәһегеҙ. regdict.bashedu.ru
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика