Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен иң яҡшы белгән уҡыусылар асыҡланды 13.01.2016

Төбәк-ара кимәлдә үткән олимпиаданы йомғаҡлау тантанаһы бөгөн Өфөлә үтте.  Быйыл бәйгелә республиканың төрлө ҡала-райондарынан һәм күрше төбәктәрҙән 300-ҙән ашыу  бала һынау тотҡан.

Көслө алҡыштар аҫтында сәхнә түренә күтәрелеү күңелле лә, тулҡынландырғыс та. Әммә был  уңышҡа өлгәшеү еңел түгел.  Төбәк-ара кимәлдә үткән олимпиадала еңеү яулау өсөн тырышлыҡ та, аң-белемгә ынтылыш та,  ижади ҡараш та талап ителә.
Быйыл олимпиада 300-ҙән ашыу уҡыусыны бергә йыйған, улар барыһы ла район-ҡала кимәлендә үткән һынауҙы уңышлы үтеп сығыусылар. Жюри ағзалары әйтеүенсә, олимпиада талаптары йылдан-йыл ҡатмарлаша бара,  балаларҙың фекерләү ҡеүәһен үҫтереүгә иғтибар арта. Мәҫәлән, викторинаның даирәһе киңәйә, уға алдағы синыфтарҙа үткән дәрестәр буйынса һорауҙар ҙа, кластан тыш материалдар ҙа индерелә.
Олимпиада өс этаптан торған - инша, викторина, тасуири уҡыу.  Тәүге ике турҙа төплө белем талап ителһә, өсөнсө этапта ижадҡа урын бирелә. Мәҫәлән, Ейәнсуранан Айбулат Ҡотошев «Аҡмуллаға эйәреп»  тигән шиғыр менән сығыш яһаған.  
Олимпиадала ҡатнашыусылар араһында күрше Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәһе уҡыусылары ла бар. Республика мәктәптәренән айырмалы уларға һынау  әҙерләнеүе ауырға төшә.
Быйыл олимпиалда 28-се тапҡыр үткән. Элекке еңеүселәрҙең күбеһе яҙмышын башҡорт теле һәм әҙәбиәте менән бәйләүен иҫәпкә алғанда бөгөн залда ултырыусылар араһынан да  күренекле тел белгестәре, уҡытыусылар, журналистар сығыуына өмөт ҙур.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика